ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 23.11.2016 23.11.2016

Рәсәй Президенты фундаменталь фәнде үҫтереүгә айырым иғтибар бүлергә саҡырҙы. Был турала Владимир Путин фән һәм мәғариф советы ултырышында белдерҙе. Президент фекеренсә, технологик  алға китеште тәьмин итеү өсөн еңел булмаған иҡтисади шарттарҙа ла ғилми-тикшереү эштәренә иғтибарҙы кәметмәү мөһим.

Рәсәй чиновниктары 2017 йылдың 1 апреленә тиклем социаль селтәрҙәге  аккаунттары, блог һәм форумдары хаҡында рәсми белдерергә бурыслы. Дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте тураһындағы законға индерелгән төҙәтмәләр шундай талап ҡуя. Улар теүәл үтәлмәгән осраҡта, дәүләт хеҙмәткәре эш урынынан бушатылыуы ихтимал тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

ХХХ
Франция парламенты бюроһы ил президентына импичмент проектын кире ҡаҡты. Был башланғыс менән консерваторҙар сығыш яһағайны.  Улар Франсуа Олланд үҙе яҙған китапта дәүләт сере сиселеүен хаҡында иҫкәртә һәм Президентты илгә хыянат итеүҙә ғәйепләй.  

ХХХ
Һиндостан хәрбиҙәре Кашмир провинцияһында тыныс халыҡҡа ут асты. 11 кешенең ғүмере өҙөлдө. Был туралоа бөгөн Пакстан ҡораллы көстәрендәге сығанаҡтарға һылтанып, Ассошейтед матбуғат агентлығы хәбәр итте. Кашмир провинцияһы ике ил араһындағы бәхәсле биләмә, уның арҡаһында сик буйында ҡорал тауышы тынғаны юҡ.

ХХХ
Эстонияның яңы хөкүмәте шәрбәтле эсемлектәргә өҫтәлмә һалым индереү тураһында ҡарар ҡабул итте. Сәбәп ил халҡының сәләмәтлеген ҡайғыртыу тип аңлатма биргән белгестәр. Тап шәрбәтле һәм газлы эсемлектәр төрлө хроник ауырыуҙарға юл аса тип иҫәпләй Эстония хөкүмәте ағзалары.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика