ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 22.11.2016

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 22.11.2016 22.11.2016

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин пенсионерҙарға бер тапҡыр 5 мең һум күләмендә аҡса биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, был сумманы даими рәүештә Рәсәй биләмәһендә йәшәүсе хаҡлы ялдағыларҙың барыһы ла киләһе йылдың ғинуарында аласаҡ. Бының өсөн оло йәштәгеләргә пенсия фондына ғариза менән мөрәжәғәт итеү талап ителмәй.  

Украинаның хәүефһеҙлек хеҙмәте Ҡырымда Рәсәйҙең ике хәрбиһен ҡулға алған. Был хаҡтағы видеояҙма бөгөн ведомствоның рәсми сайтында донъя күргән.  Ваҡиға Рәсәйҙең  «Джанка» һәм Украинаның  «Чонгар» үткәреү пунктары араһында бара. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡулға алыныусыларҙың шәхесе асыҡланған. Улар прапорщик Максим Одинцов менән кесе сержант Александр Баранов. Хәрбиҙәрҙе Украинаның Николаев өлкәһенә  алып китеүҙәре ихтимал.  

ХХХ
Дмитрий Захарченко эше буйынса тәфтишселәр тағы ла 1 миллиард һумға юлыҡҡан. Был суммаға полиция вәкиленең ғаиләһе хужа булыуы ихтимал. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ришәүәт алыуҙа  ғәйепләнеүсе 9 сентябрҙә ҡулға алынғайны. Тикшереүҙәр барышында уның апаһының фатирында сит ил валютаһында 8 миллиард һум һаҡланыуы асыҡланды. Һуңынан полковниктың автомобилендә тағы ла 13 миллион һум, 170 мең доллар һәм 5 мең евро табылды. Тәфтишселәр фекеренсә, был аҡсалар енәйәт юлы менән барлыҡҡа килгән.  

ХХХ
Ҡытайҙың Шаньси провинцияһында бер юлы 56 автомобиль бәрелешкән. Уларҙың күбеһе йөк транспорты. Авария һөҙөмтәһендә 17 кеше һәләк булған, тағы ла дүрт тиҫтәгә яҡыны төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәгә ҡар ҡатыш ямғыр сәбәпсе булған.

ХХХ
Дәүләт думаһы депутаттары «Манекен челлендж» интернет-флешмобына ҡушылды. Билдәле сәйәсмәндәр парламент бинаһы коридорында «ваҡыт»ты туҡтатты.  Видеояҙмаға Башҡортостандан депутат  итеп һайланған Римма Батталова менән Инга Юмашева ла эләккән. Вируслы тренд-видео интернет селтәрҙәрендә тәүге тапҡыр октябрь аҙаҡтарында барлыҡҡа килде. Шул ваҡыттан алып акцияла төрлө спорт командалары, голливуд актерҙары һәм башҡа коллективтар ҡатнашты.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика