ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 22.05.2017 22.05.2017

Рәсәй осоусыһы Олег Пешковты үлтереүҙә ғәйепләнеүсе Алпарслан Челик законһыҙ ҡорал йөрөтөү статьяһы буйынса Төркиәлә 5 йылға иркенән мәхрүм ителгән. Был турала боевиктың адвокатына һылтанма яһап, «РИА Новости» агентлығы хәбәр итә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй хәрбиһен ултереүҙә Челиктың ҡатнашлығын тикшереү дауам итә. Мәғлүм булыуынса, Су-24 Рәсәй истребителен Төркиә самолеты утҡа тота. Экипаж катапульталанып өлгөрә. Әммә парашютта төшөп барған Олег Пешковты боевиктар һауала атып үлтерә.

Мексиканың Чьяпас штатындағы юл фажиғәһендә 16 кеше һәләк булған, 25-е йәрәхәтләнгән. Пассажир автобусы 100 метр тәрәнлектәге тарлауыҡҡа ҡолай. Транспортта дини ойошма вәкилдәре булыуы билдәле. Фажиғәгә тиҙлекте арттырыу сәбәпсе булған, тип хәбәр итә мәғлүмәт сығанаҡтары.

ХХХ
Швеция йыйылма командаһы хоккей буйынса донья чемпионы. Финал уйында улар Канаданы буллиттар серияһында отоп, уйын 2-1 файҙаһына тамамланды. Ә Рәсәй йыйылма командаһы бронза миҙал өсөн финдар менән уйнаны. Уйын яҡташтарыбыҙ файҙаһына 5-3 иҫәбенә тамамланды.

ХХХ
Өсөнсө урын яулауға ҡарамаҫтан, яҡташыбыҙ, Рәсәй милли командаһының ҡапҡасыһы Андрей Василевский 2017 йылғы хоккей буйынса донья чемпионатының иң яҡшы голкиперы тип танылды. Турнирҙағы 9 уйындың өсәүһендә ул үҙ ҡапҡаһын ҡоро ҡалдырыуға өлгәште. Статистикаға ярашлы, Андрей Василевский шайбаларҙың 2 процентын уткәреп, 94 процентын кире ҡаҡҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика