ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 21.11.2016

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 21.11.2016 21.11.2016

Һиндостандың төньяғында пассажир поезы фажиғәгә тарыу һөҙөмтәһендә 143 кешенең ғүмере өҙөлгән. Әлегә 110 мәрхүмдең шәхесе асыҡланған. Урындағы властар фекеренсә, ғәҙәттән тыш хәлгә рельстарҙың сафтан сығыуы сәбәпсе булған. Индаур - Патна маршруты буйынса хәрәкәт итеүсе поезда меңдән ашыу пассажир ултырыуы билдәле.  

Ял Саллыла 11 йәшлек ҡыҙҙың бассейнда батып һәләк булыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Татарстандың тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, фажиғә уҙған шәмбе ҡаланың «Афина» спорт үҙәгендә теркәлә. Һыу ингән ваҡытта бата башлаған уҡыусы балаға бер кем дә ярҙам ҡулы һуҙып өлгөрмәй. Үлем осрағына инструкторҙың үҙ бурыстарын теүәл үтәмәүе сәбәпсе булыуы ихтимал.  

ХХХ

Рәсәй фәндәр академияһының Амур өлкәһендәге ғилми үҙәге хеҙмәткәрҙәре таш күмерҙә алтын тапҡан.  Быдай уңышҡа Алыҫ Көнсығыш ғалимдары махсус ҡоролма ярҙамында өлгәшкән. Улар фекеренсә, яндырылған бер тонна күмерҙән 1 граммға тиклем алтын алырға мөмкин. Үҙенсәлекле асыш өсөн белгестәргә ҙур күләмдә грант бүленеүе ихтимал

ХХХ
Ҡаҙағстанда сатлама һыуыҡтар күп кенә мәктәптәрҙе ябылырға мәжбүр иткән. Айырыуса Зыряновск һәм Усть-Каменогорск ҡалаларында ныҡ һыуытҡан. Уҙған төндә был төбәктәрҙә һауа температураһы 39 градусҡа тиклем түбәнәйгән. Өҫтәүенә, ҡайһы бер ҡалаларҙа бығаса булмаған ҡар яуған. Хатта, урамдарғы юл тамғалары менән светофорҙар көрт аҫтында ҡалған.    

ХХХ
Мальтала 14 йәшкә тиклем балалар араһында «Евровидение-2016» конкурсы тамамланды. Быйыл йыр бәйгеһендә 17 ил вәкиле ҡатнашты. Баһалама ағзаларының иң күп тауышын йыйып Грузиянан 10 йәшлек  Мариам Мамадашвили беренсе урынға сыҡты. Икенсе баҫҡысҡа Әрмәнстан дуэты Мэри Варданян менән Анаит Адамян күтәрелде. Өсөнсөлә Италия йырсыһы Фиамма Бочча. Ә инде Рәсәй данын яҡлып сығыш яһаған квартетҡа дүртенсе урын менән ҡәнәғәтләнергә тура килгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика