ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 21.10.2016

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 21.10.2016 21.10.2016

Рәсәй хәрби-диңгеҙ флотының авианосец караптар төркөмө донъя  гиҙергә сыҡты.  Уның составына «Адмирал Кузнецов», «Петр Великий» крейсерҙары, шулай уҡ «Североморск» һәм «Вице-адмирал Кулаков» кеүек ҡеүәтле караптар инә. Әлеге ваҡытта Рәсәй хәрбиҙәре НАТО илдәре күҙәтеүендә Бөйөк Британияның көньяҡ ярҙары буйлап бара. «Би-би-си» каналы төшөргән видеояҙманан күренеүенсә, «Адмирал Кузнецов» палубаһында осорға әҙер торған ике истребитель ултыра.

Һиндостан властары кешеләрҙе ашауҙа ғәйепләнгән ҡырағай юлбарыҫты ҡулға төшөрөүе тураһында  белдергән. Күләмле һунар 44 көн дауам иткән. Йыртҡысты эҙләүгә йөҙҙәрсә кеше, вертолет һәм пилотһыҙ аппараттар йәлеп ителгән.  Бының өсөн ҡаҙнанан ете миллион һум самаһы аҡса тотонолған. Урындағы халыҡ яңылыҡты оло шатлыҡ менән ҡабул иткән.

ХХХ
Рәсәйҙә йәшәүсе эшләмәгән кешеләр йылына 20 мең һум күләмендә һалым түләүе ихтимал. Был турала хәбәрселәр менән осрашыуҙа илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин белдергән. Ул әйтеүенсә, иң беренсе эшләй торған йәштә булып та, ҡаҙнаға бер тин дә түләмәүселәрҙе асыҡларға кәрәк. Сөнки һуңғы йылдарҙа эш хаҡын конвертта алыусылар йәки кеше елкәһендә йәшәүселәр һаны арта. Шул уҡ ваҡытта министр тейешле закон проектының ҡасан ғәмәлгә ашырыла башлаясағын аныҡ ҡына әйтә алмаған.  

ХХХ
Уҙған төндә Ҡырымдың Судак ҡалаһында билдәһеҙ кешеләр Владимир Ленинға ҡуйылған һәйкәлде ҡолатҡан. Осраҡ буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлаған. Урындағы властар 1930 йылда барлыҡҡа килгән постаментты киренән тергеҙергә ниәтләй. Сөнки Судак халҡы Бөйөк юлбашсыны ҡаланың совет осорондағы тарихи символы тип иҫәпләй.  

ХХХ
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виталий Мутко башҡарма власть органдарының 2018  йылда үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионаты өсөн яуаплы буласаҡ. Әлегә тиклем был бурыс Игорь Шуваловҡа йөкмәтелгән булған. Бынан тыш, яңы тәғәйенләнгән вице-премьер йәштәр сәйәсәте, туризм, физик культура һәм спорт өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу менән дә шөғөлләнәсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика