ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 21.06.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 21.06.2017 21.06.2017

Мәскәү өлкәһе Балашиха ҡалаһында машина тәгәрмәстәре аҫтында һәләк булған алты йәшлек малайҙың ҡанында алкоголь табылған. Был турала бөгөн Рәсәй тәфтиш комитеты хәбәр итте. Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы 23 апрелдә теркәлгәйне. Урында йәшәүсе ҡатын баланы бәрҙергәйне. Малай ваҡиға урынында һәләк була. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр 6 йәшлек баланың ҡанында ҡайҙан алкоголь табылыуы сәбәптәрен тикшерә.

Интернет киңлектәрендә Рәсәй оборона министры Сергей Шойгуның самолетына НАТО-ның Ф-16 истребителе яҡынлашҡан видео барлыҡҡа килде. Яҙманан күренеүенсә, саҡылырмаған ҡунаҡты Рәсәйҙең Су-27 самолеты шунда уҡ ҡыуып ебәрә. Хәрби белгестәр фекеренсә, Ф-16 Рәсәй һауа судноһын Калининград сигенә тиклем оҙатып барырға теләгән. Сөнки Оборона министры самолеты Балтик диңгеҙенең нейтраль һыуҙары өҫтөнән осҡан булған. Кремлдә был ваҡиғаға аңлатма биреүҙән баш тартҡандар.

ХХХ
Рәсәй оборона министрлығының мөлкәт менән тәьмин итеү департаментының элекке башлығы Евгения Васильеваға үҙе йәшәгән йортта шәхси милекселәр ширҡәте сәркәтибе вәкәләттәре йөкмәтелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, юғары дәрәжәләге чиновник оборона министрлығының ике миллиард һумын үҙләштергәне өсөн 5 йылға иркенән мәхрүм ителгәйне. Әммә бер айҙан ул иреккә сығарылды. Әлеге ваҡытта Евгения Васильева Мәскәү үҙәгендәге  йорттарҙың береһендә 13 бүлмәле фатирында. Уға өйҙән  сығыу тыйылған.

ХХХ
Бөйөк Британия властары Grenfell Towerҙағы янғындан зыян күреүселәргә Лондонда бизнес кластағы өйҙән 68 фатир бүлергә ҡарар иткән. Ҡала үҙәгендә урынлашҡан күп фатирлы авария хәлендәге йортта 14 июнь янғын сыҡҡайны. Унда 30 кеше һәләк була, 28-е юғалғандар исемлегендә. Зыян күреүселәргә бүленәсәк фатирҙарҙың хаҡы 300 миллион һумдан ашыу.

ХХХ
Израиль хәрби командованиеһы тиҫтәләп һалдатты һаҡ аҫтына алған. Отпускҡа өмөт иткән хәрбиҙәр командованиеға тире ауырыуы йоҡтороуҙары хаҡында ялған мәғлүмәт биргән. Алдаҡ юл менән ял алырға теләүҙәре асыҡланғас уларҙы хәрби төрмәлә 28 көнгә иректәренән мәхрүм иткәндәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика