ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 21.02.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 21.02.2017 22.02.2017

Владимир путин Мәскәүҙә барлыҡ хрущевкаларҙы һүтеп, урынына яңы торлаҡ төҙөргә ҡушты. Баш ҡала мэры Сергей Собянин менән осрашыуҙа Президент , ҡарар урындағы халыҡтың ышанысын аҡлар тип белдерҙе һәм  күләмле проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн инвестициялар йәлеп итеү кәрәклеген билдәләне.

Премьер-министр Дмитрий Медведев дәүләт компанияларына Рәсәйҙә етештерелгән компьютер программаларын үҙләштереүҙе тиҙләтергә ҡушты. Дмитрий Медведев фекеренсә, илебеҙҙә сифаты программалар сығарыла, әммә ҡулланыусылар күптәнге ғәҙәт буйынса сит илдекенә өҫтөнлөк бирә.

ХХХ
Дональд Трам Ҡушма штаттарҙың милли именлек  советы башлығы итеп 54 йәшлек генерал Герберт Макмастерҙы тәғәйенләне.  Ирак һуғышы ветераны  тура һүҙлеге һәм ҡәтғи ҡараштары менән йәмәғәтселек араһында билдәлелек яулап өлгөргән.

ХХХ
Әзербайжан Президенты Илһам Әлиев тормош Иптәше Мехрибан Әлиеваны беренсе вице-президент итеп тәғәйенләне. Вазифа 2016 йылдың 26 сентябрендә  үткән референдум һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Беренсе вице-президент талап ителгән саҡта дәүләт башлығын алмаштырыу вәкәләттәренә эйә буласаҡ.

ХХХ
Австралияла 140 мең ғаилә балаларын вакцинациялауҙан баш тартҡаны өсөн  социаль пособиелар һәм һалымға ташламаларҙан мәхрүм ителде. Илдә йоғошло ауырыуҙар менән хәл ҡәтғиләшә, шуға ла хөкүмәт прививкалар яһатыуҙы әүҙемләштереү яҡлы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика