ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 20.06.2017 20.06.2017

Карелияның Ладожское күлендә балыҡҡа сыҡҡан биш үҫмерҙең кәмәһе түңкәрелгән. Икәүһе ярға үҙаллы сыҡҡан. Бер ҡыҙҙың кәүҙәһе табылған, ике егетте әле һаман эҙләйҙәр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр ошо уҡ күлдә кәмә түңкәрелеп балалар лагеренда ял иткән 14 уҡыусының ғүмере өҙөлгәйне.

1 июлдән Рәсәйҙә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары электрон формала бирелә башлай. Тиҙҙән ошо документтар буйынса ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар түләнәсәк. Дмитрий Медведев, бындай системаның элекке эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын тултырыуға ҡарағанда тиҙ һәм уңайлы булыуын билдәләне. Проблемалар тыумаһын өсөн һуңғыһы ла әлегә ғәмәлдә ҡала.

ХХХ
Төньяҡ Корея төрмәһенән сығарылған Америка гражданины Отто Уормбиер вафат булған. Алдан хәбәр ителеүенсә, студентты Төньяҡ Корея хөкүмәтенә ҡаршы эшмәкәрлек алып барғаны өсөн 20 йылға иркенән мәхрүм иткәйнеләр. Әммә төрмәләге язалауҙарҙан ул комаға эләгә. Был ваҡиғаларҙан һуң уны кире Америкаға ҡайтарырға булалар. Отто ошо көндәрҙә аңына килмәй вафат булған.  

ХХХ
Америка хәрбиҙәре ултырған НАТО внедорожнигы Литваның Мариямполе ҡалаһында аварияға эләккән. Еңел автомобилдә 4 ҡыҙ булған, уларҙың өсәүһенә медицина ярҙамы талап ителгән. Шаһиттар әйтеүенсә, юғары тиҙлек алған хәрби автомобиль еңел транспортҡа барып бәрелгән. Билдәләнеүенсә, рулдә ултырған хәрби водитель айныҡ булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика