ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 20.04.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 20.04.2017 21.04.2017

Рәсәйҙә «конвертта»  бирелгән хеҙмәт хаҡы  йылына 10 триллион һумға етә. Был финанс ағымды «күләгәнән» сығарыу өсөн эш биреүселәргә һалым баҫымын кәметеү,  башҡа финанс ташламалар тәҡдим итеү мөһим. Был турала илдең финанс министры Антон Силуанов белдерҙе. Электрон иҫәпләшеүҙәр, ҡулаҡсаһыҙ аҡса әйләнешен киңерәк ҡулланыу ҙа йәшереп түләнгән хеҙмәт хаҡын кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.  

Рәсәй туризмы сәйәхәт өсөн киткән сығымдарҙың һалым өлөшөн кире ҡайтарыу тәҡдимен хупланы. Ведомство белгестәре әйтеүенсә, был алым илдең эске туризмын үҫтереүгә ҙур этәргес буласаҡ. Әгәр башланғыс закон статусын алһа, Рәсәй шифаханаларында һәм курорттарында ял итеүселәр 120 меңгә тиклем сығымын кире ҡайтара аласаҡ.

ХХХ
Бөгөн илдә донорҙар көнө билдәләнде. Был датаның тарихы 1832 йылға барып тоташа. Петербург акушеры Андрей Вольф тәү тапҡыр бала тапҡанда күп ҡан юғалтҡан ҡатынға иренең ҡанын ҡоя. Был байрам тәү сиратта үҙҙәре лә белмәгән кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өсөн ҡан тапшырған донорҙарға арнала.

ХХХ
Ҡытай үҙ тарихында тәүге тапҡыр Йыһанға йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән һауа карабын осорҙо. Старт Хайнань провинцияһының Вэнчань космодромында бирелгән. Мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, «Тяньчжоу-1» Йыһан транспортын осороу уңышлы үткән. Карап «Тяньгун-1» орбита лабораторияһы менән тоташасаҡ. Ул орбитаға 6 тонна йөк, шул иҫәптән лабораторияға яғыулыҡ килтерәсәк.

ХХХ
Франция рәссамы Абраам Пуаншеваль өс аҙна дауамында үҙе тауыҡ йомортҡаһын баҫҡан. Эксперимент өсөн Париждағы заманса сәнғәт музейында урынлаштырылған  махсус витрина ҡулланылған. Себеш өс аҙнанан сыҡҡан. Музей хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, был хәлдән һуң сәнғәт йортонан халыҡ өҙөлмәй. Себеш сыныҡҡансы музейҙа, һуңынан  Пуаншевальдең фермаһына оҙатыласаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика