ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 20.02.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 20.02.2017 20.02.2017

Владимир Путин «Сталинградта немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүҙең 75 йыллығын билдәләү» тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Байрам сараларының ойоштороу комитеты рәйесе вице-премьер Дмитрий  Рагозин тәғәйенләнде. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында урынлаштырылған.

Йыш ҡына эш урынында булмаған һәм төбәк халҡы менән бәйләнеш юғалтҡан сенаторҙарҙың мандатын тартып алыуҙары ихтимал. Был турала закон проекты Дүләт Думаһына индерелде. Федерация советы ағзаларына  халыҡ мөрәжәғәттәрен ҡарау һәм улар менән даими осрашыуҙар уҙғарыу эшен закон менән нығытыу  юлдары ҡарала.

ХХХ
Сүриәлә Рәсәй  хәрби кәңәшселәренең  ғүмере өҙөлдө.  Хомс провинцияһында улар ултырған  автомобиль эргәһендә бомба шартлаған.  Һөҙөмтәлә хәрбиҙәрҙең 4-һе һәләк булған, 2-һенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн табиптар көрәшә.

ХХХ
Литва полицияһы иҫерек НАТО һалдаттары ҡулға алған. Осраҡ Клайпеда ҡалаһында теркәлгән. Ҡырын тейәп алған хәрбиҙәр урындағы күңел асыу урындарында ялъял ҡуптарған. Полицияға уларҙы тынысландырыу өсөн махсус саралар ҡулланырға тура килгән.

ХХХ
10 йылдан әлеге ҡыштар йәйге селлә кеүек тойлоуы ихтимал. Британия ғалимдары  яңы боҙ дәүере яҡынлашыуы тураһында иҫкәртә. Ҡояш әүҙемлегенә ҡоролған фараздарына нигеҙләнеп улар, 2022 йылдан һуң ер шарында һауа температураһы әкренләп һыуына башлаясаҡ тип билдәләгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика