ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 19.06.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 19.06.2017 20.06.2017

Президент Владимир Путин Рәсәй хеҙмәт кодексына төҙәтмәләрҙе раҫланы. Үҙгәрештәр тулы булмаған эш көнөн, эш ваҡытында  ялға бүленеү тәртибен көйләй. Законда шулай уҡ ваҡытынан күберәк эшләгән хеҙмәткәрҙәргә премия түләү шарттары ла аныҡлана. Быға тиклем законға төҙәтмәләр Дәүләт Думаһы һәм Федерация советында хуплау тапты.

Мәскәүҙең Курск вокзалы янында тимер юлы транспорты аварияһы теркәлде. Мәғлүмәттәр буйынса Нахабино Щербинка маршруты буйынса хәрәкәт итеүсе ҡала яны поезы Түбәнге Новгородтан Мәскәүгә юлланыусы юғары тиҙлектәге поезд менән бәрелешкән. Бер нисә вагон рельстарҙан сыҡҡан.  Һәләк булыусылар тураһында мәғлүмәт юҡ, зыян күреүселәрҙең исемлеге асыҡлана. Осраҡ буйынса енәйәт эше асылды.

ХХХ
Португалияла урман янғындары ҡорбандары иҫтәлегенә  өс көнлөк матәм  иғлан ителде. Тәбиғәт ғәрәсәтендә 62 кешенең ғүмере өҙөлдө. Уларҙың күбеһе Лиссабондан 200 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан ике ҡала араһында  автомобиль юлында һәләк булған. Урман янғындары ҡорбандары араһында 4 бала ла бар.

ХХХ
4-5 июль Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала Сүриәләге низағты көйләү буйынса һөйләшеүҙәрҙең сираттағы раунды үтә. Осрашыуға быға тиклемге килешеүҙәрҙең үтәлеше ҡарала. Ҡораллы бәрелештәрҙе туҡтатыуҙың гаранттары булып сығыш яһаған илдәр Рәсәй, Төркиә һәм Ирандың рәсми вәкилдәре ҡоралһыҙландырылған биләмәләрҙең эшмәкәрлеген көйләүсе документтар менән яҡындан танышасаҡ.

ХХХ
Франциялағы парламент һайлауҙарында Президент Эммануэль Макрондың партияһы еңеү яуланы. Ул нигеҙ һалған «Алға республика» сәйәси хәрәкәте  Милли йыйылыштағы 577 мандаттың 308-ен ҡулға төшөрҙө. Һайлау һөҙөмтәләренә аңлатма биреүсе белгестәр  Президент Макрондың үҙаллы сәйәсәт алып барыуы өсөн йәнә бер мөмкинлек асылды тип баһаланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика