ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 17.11.2016

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 17.11.2016 17.11.2016

Америка президенты итеп һайланған Дональд Трамп инаугурациянан һуң Рәсәйгә киләсәк. Был турала республика партияһында юғары вазифа биләүсе билдәһеҙ сығанаҡ хәбәр итә. Әммә Рәсәй башлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе был мәғлүмәтте кире ҡаҡты.  

Белоруссия президенты Александр Лукашенко бөгөн Минскиҙа Рәсәй журналистары өсөн матбуғат-конференцияһы үткәрҙе. Сараға илдең 46 төбәгенән  йөҙгә яҡын киң мәғлүмәт сараһы вәкиле саҡырылды. Улар араһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре лә бар. Үҙ сығышында Александр Лукашенко Рәсәйҙе стратегик партнер һәм туғандаш  дәүләт тип атаны.

ХХХ
Бөгөн иртән Мәскәүҙең МКАД юлында бронетранспортер менән йөк автомобиле бәрелешкән. Аварияға тарыған БТР Рәсәй Гвардияһыныҡы булыуы  ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәлдә кешеләр зыян күрмәгән. Шулай ҙа күңелһеҙ ваҡиға ҙур ғына автомобиль тығыны барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ иткән.  

ХХХ
Бөгөн Брюсселдә ун меңгә яҡын кеше ҡаршылыҡ акцияһына сыҡҡан. Улар Төркиә Президенты Рәжәп Эрдоған алып барған сәйәсәткә ризаһыҙлыҡ белдергән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, митингты Бельгияның баш ҡалаһындағы курдтар ойошторған. Манифестантар Төркиә етәксеһен фашизимда һәм диктатура урынлаштырыуҙа ғәйепләй.  

ХХХ
Рәсәйҙә үҫтерелгән кукуруз Японияға күпләп оҙатыла башлаясаҡ. 55 мең тонна йөк тейәлгән тәүге диңгеҙ судноһы Новороссийск портынан сит илгә юлланған да инде. Белгестәр иҫәпләүенсә, япондарға йыл һайын 15 миллион тонна самаһы кукуруз талап ителә. Былтыр Рәсәй был илгә ни бары 13 мең тонна ғына ауыл хужалығы культураһы оҙатҡан.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика