ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 17.10.2016 17.10.2016

БРИКС илдәре лидерҙары Һиндостанда үткән саммит һөҙөмтәләре буйынса декларация ҡабул итте. Документта халыҡ-ара террорға ҡаршы көрәш, Сүриәләге сыуалыштар һәм санкциялар тураһында әйтелә. Шулай уҡ сираттағы форумды 2017 йылда Ҡытайҙа ойошторорға ҡарар ителгән. Осрашыуҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнашты. Саммит сиктәрендә ул Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһы етәкселәре менән эшлекле һөйләшеүҙәр үткәрҙе.  БРИКС илдәре лидерҙарының осрашыуы  былтыр Башҡортостанда үткәйне.

Бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән Донецк халыҡ республикаһының ополченецтар командиры Арсен Павловты үлтергәндәр. Моторола саҡырыуы алған хәрби үҙе йәшәгән йорттағы шартлау үҙәгенә эләккән. Әлеге ваҡытта Донецкта террорға ҡаршы көрәш көсәйтелгән.  ДНР оборона министрлығы командирҙың үлемендә Украинаның диверсион-күҙәтеүсе төркөмөн ғәйепләй. Республика башлығы Александр Захарченко ла ошондай уҡ фекерҙә. Ул террактты ойоштороусылар мотлаҡ үҙ язаһын аласаҡ тип белдергән.  

ХХХ
Бразилиялағы төрмәләрҙең береһендә ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән. Сыуалыштар киске сәғәттәрҙә тотҡондарҙың яҡындары килгән ваҡытта башлана. Бысаҡ һәм ағас таяҡ менән ҡоралланған бер төркөм иректәгеләргә һөжүм итә. Һөҙөмтәлә йөҙгә яҡын кеше, башлыса ҡатын-ҡыҙҙар аманат итеп алына. Шунда уҡ ваҡиға урынына полиция батальоны саҡыртыла. Махсус операция барышында хөкөмгә тарттырылған кәмендә  25 кеше кеше һәләк була.

ХХХ
Силәбелә билдәһеҙ экстремалдар 25 ҡатлы йорттоң ҡыйығынан һикергән. Интернет селтәрҙәренә һалынған видеояҙма буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү башлаған. Сөнки ил буйынса ҡабул ителгән күрһәтмәгә ярашлы, сит кешеләргә төҙөлөп бөтмәгән йорттарҙың ҡыйығында йөрөү тыйыла. Тап шуның өсөн дә бейсджамперҙар ергә төшөү менән ҡасыу яғын ҡараған. Парашютсыларҙы үҙ бинаһына үткәркән төҙөлөш ойошмаһына ҙур күләмдә штраф янай.  Бынан тыш, экстремалдарҙы бәләкәй хулиганлыҡ өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.

ХХХ
Владимир ҡалаһында көйәрмәндәр араһында һуғыш сыҡҡан. Профессиональ футбол лигаһының 13-сө туры сиктәрендә урындағы «Торпедо» менән Ивановоның «Текстильщик» командалары осрашҡан. Тәнәфес ваҡытында ике яҡтың фанаттары бер-береһе менән һуғыша башлаған.  Көйәрмәндәрҙең бер өлөшө ҡулға алына, йәрәхәтләнеүселәр дауаханаға оҙатыла. Ошондай уҡ күренеш уҙған шәмбе «Факел» менән «Динамо» клубтары араһында үткән уйын ваҡытында ла теркәлгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика