ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 17.03.2017 17.03.2017

Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын Рәсәй составына ҡушыу тураһында Кремлдең әҙер сценарийы юҡ. Был турала Президент Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков белдерҙе. Украина күрә тороп үҙенең биләмәләрен ситкә тибә, Рәсәй был хәлгә битараф ҡала алмай тип билдәләгән рәсми вәкил. Әйткәндәй, бөгөн Президент Владимир Путин илдең именлек советы даими ағзалары менән сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Ултырышта Донбасс һәм  Украинала эшләп  Рәсәй банктарына ҡарата санкциялар мәсьәләһе күтәрелде.

Транспортта тәртип боҙоу, транспортҡа йәбешеү һәм лазер указкаларын тәғәйенләнештән тыш ҡулланыу өсөн  енәйәт яуаплылығы индерелде. Был туралағы закон проекты бөгөн Дәүләт Думаһында өсөнсө уҡыуҙа раҫланды. Атап үтелгән хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн яңы ҡанунда 7-нән -2 йылғаса иректән мәхрүм итеү ҡарала. Әлегә тиклем транспортта тәртип боҙоусыларғы  мең һум күләмендә штраф һалынды.

ХХХ
Вашингтон Төньяҡ Кореяға ҡарата хәрби сараларҙы күҙҙән ысҡындырмай. Был турала Ҡушма Штаттарҙың дәүләт секретары Рекс Тиллерсон  белдерҙе. Хәлде ҡораллы бәрелешкә тиклем киҫкенләштерге килмәй, әммә Көньяҡ Корея менән АҠШ хәрби базаларына  хәүеф тыуған осраҡта яуап ҡәтғи буласаҡ тип билдәләгән ведомство етәксеһе.

ХХХ
Сүриә күгендә Израиль хәрби һауа көстәренә ҡараған самолет бәреп төшөрөлдө. Был турала бөгөн рәсми Дамаск белдерҙе. Мәғлүмәткә ярашлы, Израилдең дүрт самолеты Сүриә һауа сиген үтеп Хомс һәм Пальмира ҡалалары янындағы хөкүмәт яҡлы ҡораллы көстәргә һөжүм иткән. Һауа оборона көстәре уларға яуап итеп ут асҡан һәм бер самолет бәреп төшөрөлгән.

ХХХ
Ҡара диңгеҙ акваторияһына француз ракета фрегаты Ля Файет инде. Франция хәрби диңгеҙ флоты карабы төбәктә НАТО көстәренең планы нигеҙендә хәрәкәт итә. Уның Болгарияның Варна портына юлланыуы билдәле. Хәрби белгестәр фрегаттың бортында ракета һәм һауа һөжүменән һаҡланыу системаһының өлөштәре булыуы ихтимал тип фаразлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика