ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 17.02.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 17.02.2017 17.02.2017

Дәүләт Думаһы депутаттарын хәрби йыйын көтә. Был турала илдең оборона министры урынбаҫары Николай Панков хәбәр итте. Яңы саҡырылыштағы халыҡ һайланыусылары һалдат һурпаһының тәмен яҙ айҙарының береһендә тәмләп ҡарар тип күҙаллана.

Рәсәй Хөкүмәте Мысыр менән граждандар авиацияһы өлкәһендә именлек буйынса хеҙмәттәшлек протоколын раҫланы. Документ нигеҙендә был дәүләттең  аэропорттарындағы авиация хәүефһеҙлеген тәьмин итеү сараларында  Рәсәй белгестәре лә ҡатнашасаҡ. Шулай ҙа әлегә Мысыр курорттарына самолет рейстары асыу тураһында аныҡ мәғлүмәт юҡ.

Британия премьеры Тереза Мей Украина мәсьәләһен хәл итеү Рәсәйгә  баҫым яһарға ниәтләй. Францияның Ле Фигаро гәзитендә донъя күргән мәҡәләһендә ул рәсми Париждың фекерен уртаҡлашырына өмөт белдергән.

Көньяҡ Кореяның иң бай кешеләренең береһе ҡулға алынды. Самсунг электроникс  компанияһының вице президенты Ли Чже Ён  коррупцияла ғәйепләнә.

Пакстан махсус хеҙмәттәре Сехван-Шәрифтәге террор ғәмәлен башҡарыуға ғәйепләнеүсе 39 радикалды юҡ итте тип хәбәр итә Ассошейтед прессс агентлығы. Махсус операция уҙҡан төн үтте, рейд барышында 47 кеше ҡулға алынды. 70 кешенең үлеменә юл асҡан террор ғәмәле кесе йома суфый дәрүиштең кәшәнәһе янында теркәлде. Уның өсөн яуаплылыҡты Рәсәй һәм  илдәрҙә тыйылған "Ислам дәүләте" террор төркөмө үҙ өҫтөнә алды.

Вәғәҙә - иман. "Динамо" Минск плей офф уйындарына сыҡһа гәзитемде ашайым тип белдергән Беларусь журналисына һүҙен үтәргә тура килде. Сираттағы уйындан һуң команданың турнир таблицаһындағы урыны билдәле булғас та ул матбуғат конференцияһы йыйып, гәзитен тәмләп-тәмләп йоторға мәжбүр булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика