ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 16.05.2017 16.05.2017

Волгоград ҡалаһында бөгөн тәбиғи   газ шартлауҙан  ике кешенең ғүмере өҙөлдө, тиҫтәгә яҡын  кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Шартлау һөҙөмтәһендә дүрт  ҡатлы йорттың бер подьезы бөтөнләй емерелеп төшөп, 16 фатир зыян күргән. Тәүге күҙаллауҙар буйынса,  фажиғәгә эшселәрҙең газ үткәргәндә хәүефһеҙлек техникаһы ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүҙәре сәбәпсе булыуы ихтимал.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев фән һәм мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтары ҡарамағындағы юғары уҡыу йорттарын үҫтереүгә резерв фондынан 4 миллиард  250 миллион һум аҡса йүнәлтеү тураһында күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Документта билдәләнеүенсә, сумма мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн бүленә.

ХХХ
Төркиә мәғлүмәт саралары Рәсәй хәрби караптарына беҙҙең илдә тыйылған «Ислам дәүләте» террористик ойошмаһы боевиктарының  һөжүм итеү ҡурҡынысы янауы тураһында иҫкәртте. Хәбәр ителеүенсә, разведка хеҙмәттәре  Босфор боғаҙы аша үтеүсе Рәсәй караптарына ҡаршы ут асыу ихтималлығы тураһында мәғлүмәт алған. Ошоға бәйле, Истамбул властары төбәктә хәүефһеҙлекте нығытыу буйынса өҫтәмә саралар күрә. «Хәбәртөрк»  мәғлүмәттәре буйынса, Төркиә армияһы боғаҙҙағы айырыуса хәүеф тыуҙырған урындарҙы махсус күҙәтеүгә алған.

ХХХ
Грецияла  моряктар һәм журналистар забастовка ойошторған.Ваҡытлыса яңылыҡтар сығарылыштары һәм паромдар хеҙмәте эше туҡтатылған. Был аҙымға уларҙы  илдә пенсия һәм эш хаҡының түбәнәйеүе, һалымдың артыуы, социаль пособиеларҙың кәмеүе  этәргән. Матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре лайыҡлы эш хаҡы талап итеп 24 сәғәткә, моряктар ике көнгә эшкә сығыуҙан баш тартҡан. Шаршамбы  Грецияла дөйөм забастовка көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика