ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 15.06.2017 15.06.2017

Йәйәүлеләргә юл бирмәгән өсөн штраф артыуы ихтимал. Дәүләт Думаһында бөгөн законға төҙәтмәләр беренсе уҡыуҙы үтте. Документҡа ярашлы, йәйәүле йәки велосипедсылар өҫтөнлөк менән файҙаланған урында ҡағиҙәне инҡар иткән осраҡта административ яуаплылыҡты ҡәтғиләштереүҙе күҙаллай. Проектта был төр хилафлыҡ өсөн 2 мең ярым штраф ҡаралған.

Рәсәйҙең Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле Татьяна Москалькова  илдә балаларҙы уйын ҡомарынан ҡурсалау һәм дауалау үҙәктәре төҙөү кәрәклеген белдерҙе. Кескәй ватандаштарыбыҙ йыш ҡына виртуаль донъяға инеп юғала. Ысынбарлыҡ менән бәйләнеште юғалта. Уйындарҙың зыяны, балаларҙы улар йоғонтоһонан һаҡлау мәсьәләһе күптән өлгөрөп етте, тип билдәләгән Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил.

ХХХ
Германия менән Австрия энергетика өлкәһендә Рәсәйгә санкцияларҙы киңәйтеүгә ҡаршы сыҡты. Был илдәрҙең сит ил эштәре министрҙары хатта, уртаҡ белдереү яһаны. Улар фекеренсә, сикләүҙәр тәү сиратта Европа илдәре һәм Америка Ҡушма Штаттарының мәнфәғәттәренә тура килмәй һәм Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе артабан киҫкенләштереүгә этәргес бирә.

ХХХ
Европа парламентының пленар ултырышында евродепутаттар Францияның «милли фронт» партияһы етәксеһе Марин Ле пендың депутатлығын ғәмәлдән сығарыу өсөн тауыш бирҙе. Фрацияның хоҡуҡ һаҡлау органдары Ле Пен ханымды партияһындағы парламент ярҙамсыларын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып, Европарламент бюджетынан эш хаҡы түләүҙә ғәйепләй. Стасбургтағы тауыш биреү француз судьялар талабы буйынса үтте.

ХХХ
Ҡытайҙың Цзянсу провинцияһы Фэнсянь ҡалаһында урынлашҡан балалар баҡсаһында шартлау. Донъя мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдә  7 кешенең ғүмере өҙөлгән, 66 кеше яраланған. Мәғлүмәт Ҡытай властары тарафынан раҫламанған. Полиция иһә тикшереү башланыуы тураһында хәбәр итә, шартлау сәбәптәре асыҡлана.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика