ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 15.05.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 15.05.2017 15.05.2017

Росстандарт дәүләт стандарты билдәһе менән сығарылған тауарҙарҙы тикшерә башлай. Бынан ары махсус күҙәтеү үткән компаниялар ғына үҙ продукцияһын халыҡ-ара стандартлаштырыу системаһы билдәһе менән сығарырға рөхсәт аласаҡ. Тауарҙар Росстандарт сайтындағы берҙәм реестрға индерелә. Әлегә тикшереү Рәсәйҙең ете төбәгендә  үткәрелә. Киләһе йылдан халыҡ-ара стандартлаштырыу системаһы тотош илдә ғәмәлгә инә.

Рәсәй тимер юлдары президенты Ҡытай дауаханаһына эләккән. Урындағы табиптар Олег Белозеровҡа һуҡыр эсәкте ҡырҡып алыу буйынса уңышлы операция яһаған. Рәсәй тимер юлдарынан хәбәр итеүҙәренсә, компания етәксеһе үҙен яҡшы тоя. Мәғлүм булыуынса, Олег Белозеров халыҡ-ара форумда ҡатнашыу өсөн Рәсәй делегация составында Ҡытайға килгән булған.

ХХХ
Малайзия аэропортында таможня хеҙмәткәрҙәре тарафынан «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән 300-ҙән ашыу гөбәргәйел тартып алынған. Экзотик йөк хаҡында махсус хеҙмәттәргә билдәһеҙ кеше шылтыратып хәбәр иткән. Куалу-Лумпура аэропорты хеҙмәткәрҙәре һауа судноһын тикшергәндә ысынлап та, гөбөргәйелдәр менән тултырылған биш сумаҙан таба. Тәбиғәттә һирәк осраған тере йөктөң хаҡы 280 мең долларҙан ашыу, тип хәбәр итә урындағы мәғлүмәт сығанаҡтары.  

ХХХ
«Зенит»тың һөжүмсеһе Александр Кокорин менән Краснодарҙың ярым һаҡсыһы Павел Мамамев Конфедерация кубогына әҙерлек сиктәрендә Рәсәй йыйылма командаһының киңәйтелгән исемлегенә инмәгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ былтыр Евро-2016-ла Рәсәй йыйылма командаһы уңышһыҙ сығыш яһағандан һуң Кокорин менән Мамамев Монте-Карло төнгө клубтарының береһендә Рәсәй гимны барышында ҡиммәтле шарап эсеүҙәре менән ҙур ғауға ҡуптарғайны. Әлеге футболсыларҙың Милли йыйылма командаға эләкмәүҙәрен спорт белгестәре тап ошо ваҡиғаға бәйләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика