ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 15.03.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 15.03.2017 15.03.2017

Бөгөн Дәүләт Думаһының пленар ултырышында ғәҙәти булмаған хәл теркәлгән. Владимир Жириновскийҙың эмоциональ сығышынан һуң ул етәкләгән фракция ағзалары демонстратив рәүештә залдан сығып киткән. Шулай итеп либерал-демократтар ҡайһы бер депутаттарҙың  Мәскәү өлкәһе властарын яҡлауына ризаһыҙлыҡ белдергән. Бер нисә минуттан ЛДПР вәкилдәре залға кире боролоп ингән. Әммә фракция лидеры ултырыштың аҙағына тиклем ултыра алмаған.

Үлем хөкөмөнә тарттырылыусы бөгөн Дамаск ресторанында үҙ-үҙен шартлатҡан. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, хоҡуҡ һағында тороусылар суд бинаһын шартлатырға маташҡан өс террорсыны эҙәрлекләп барған. Шул ваҡытта ҡасып барыусыларҙың береһе туҡланыу урынына инеп яһалма ҡоролманы активациялай. Сит ил сығанаҡтары ғәҙәттән тыш хәлдә 30-ҙан ашыу кеше һәләк булыуы тураһында хәбәр итә.  

ХХХ
Канаданың Онтарио провинцияһында өс тиҫтәләп траспорт сараһы ҡатнашлығында юл-траспорт фажиғәһе теркәлгән. Аварияла бер кеше һәләк булған, тағы ла 30-ға яҡыны йәрәхәтләнгән. Ҡазаға тарыусыларҙың күплегенә цистерналарҙың  береһенән ағыулы матдәләр ағыуы булышлыҡ иткән. Яуаплы хеҙмәттәр әле ваҡиға урынында түгелгән шыйыҡсаны йыйыу буйынса ашығыс саралар күрә.  

ХХХ
Мәскәү өлкәһенең биш муниципаль районында 382 мең самаһы ҡош юҡ ителгән. Тауыҡтарҙың  күпләп ҡырылыуына март башында башланған ҡош киҙеүе сәбәпсе булған. Әлеге ваҡытта төбәктә ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителгән. Йоғошло вирус айырыуса «Смена» һәм «Орловское» предприятиеларына зыян килтергән. Шулай уҡ ҡурҡыныс ауырыу шәхси ихаталарҙағы ҡоштарҙы ла урап үтмәгән.  

ХХХ
Рәсәй волейболсыһын оҙон аяҡтары өсөн самолеттан төшөргә мәжбүр иткәндәр. Ваҡиға Һамарҙан Мәскәүгә осоусы һауа судноһында теркәлгән. Яңы Уренгойҙың «Факел» клубы уйынсыһы Александр Кимеров тубыҡтарының алғы креслоға терәлеүен күҙ уңында тотоп, стюардессанан үҙен икенсе урынға күсереүен һорай. Әммә пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүсе ҡыҙ  быға ҡаршы төшә. Низағ урынына килеп еткән полиция вәкилдәре спортсыны һөйрәп тигәндәй салондан алып сыға. Волейболсыға Мәскәүгә икенсе рейс менән осорға тура килгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика