ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 13.12.2016 13.12.2016

Бөгөн Рәсәй именлек советы даими ағзаларының сираттағы кәңәшмәһе үтте. Ултырыш Президент Владимир Путин рәйеслегендә барҙы. Фекер алышыуҙа Сүриәнең Алеппо һәм Пальмира ҡалаларындағы хәл тикшерелде тип билдәләне дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков.

Киевтағы рәсми дәүләт органдары һәм радикаль ойошмалар Ҡырымда террор ғәмәлдәре әҙерләй. Был турала бөгөн федераль именлек хеҙмәте етәксеһе Александр Бортников белдерҙе. Яңыраҡ ҡына тәртип һаҡлау органдары ярымутрауҙа диверсия акттары әҙерләүсе ике төркөмдө зарарһыҙландырҙы. 2017 йылда ла террор хәүефе һаҡланып ҡала тип билдәләне федераль именлек хеҙмәте етәксеһе.

ХХХ
Германия канцлеры Ангела Меркель менән Франция Президенты Франсуа Олланд Рәсәйгә ҡаршы сакцияларҙың мөҙҙәтен оҙайтыуҙы хупланы. ТАСС агентлығы  мәғлүмәтенән күренеүенсә, көнбайыш Европа илдәренең дәүләт башлыҡтары  был ҡарарын Украиналағы хәлгә бәйләй һәм Минск килешеүҙәренең үтәлешенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерә.

ХХХ
Ҡушма Штаттарҙың яңы һайланған президенты Дональд Трамп илдең дәүләт секретары вазифаһына Эксин мобил нефть корпорацияһы етәксеһе Рекс Тиллерссон тәғәйенләне. Америкала ул  Рәсәй менән хеҙмәттәшлек яҡлы эшҡыуар булараҡ танылған. Тиллерсондың шулай уҡ көнбайыштың санкцияларына ҡәтғи рәүештә ҡаршы булыуы билдәле.

ХХХ
Сүриәнең хөкүмәт ғәсҡәрҙәре Алеппоның 98 процентын террорсыларҙан азат итте. Был турала Рәсәй оборона министрлығының дошманлашҡан тарафтарҙы яраштырыу үҙәге хәбәр итә. Мәғлүмәттә билдәләнеүенсә, ҡаланы азат итеү операцияһы башланыу менән 110 мең кеше көнсығыш Алеппонан сығарылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика