ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 14.11.2016

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 14.11.2016 14.11.2016

Санкт-Петербург ҡала суды террор ғәмәле әҙерләүҙә ғәйепләнеүсе 8 кешенең иркен сикләү тураһында ҡарар ҡабул сығарҙы. Улар барыһы ла сығышы менән Урта Азиянан. Төркөм 12 ноябрь Федераль именлек хеҙмәтенең махсус операцияһы барышында зарарһыҙландырылды. Уларҙың Мәскәү менән Санкт-Петербургта террор ғәмәлдәре  әҙерләүҙәре билдәле. Тәфтишселәр экстремистарҙың Рәсәйҙә тыйылған «Ислам дәүләте» террор төркөмө менән бәйләнештә булыуын да асыҡлаған

Өс йыл эсендә Рәсәй үҙәк банкы 300-гә яҡын кредит ойошмаһының лицензияһын ғәмәлдән сығарған. Был турала Рәсәй банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина белдерҙе. Күҙәтеүсе органдың ҡәтғи ҡарарға килеүенең төп сәбәбе, коммерция банктарының ысынбарлыҡҡа тура килмәгән мәғлүмәт тапшырыу менән бәйле, тип билдәләгән үҙәк банк етәксеһе

ХХХ
Молдавия уҙған йәкшәмбелә Президент һайланы. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә социалистар партияһы етәксеһе Игорь Додон еңеп сыҡты. Ул һайлаусыларҙың 52 проценттан ашыу тауышын йыйған. Яңы һайланған Президент тәүге белдереүендә үк Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү теләге булыуын һәм яҡын арала Мәскәүгә рәсми сәфәр менән барасағы хаҡында әйткән.

ХХХ
Яңы Зеландияла ер тетрәне. Уның ҡеүәте яҡынса 8 балл менән баһалана. Һәләкәттә әлегә  ике  кешенең ғүмере өҙөлөүе  тураһында мәғлүмәт раҫланды. Йорттар, хужалыҡ объекттары һәм юлдар емерелгән. Матди зыян күләме иҫәпләнә.

ХХХ
Истамбулдың Малтепе районында бөгөн  посылка шартланы. Электроника менән сауҙа итеүсе ширҡәт  офисына курьер   килтергән төргәктә бомба булып сыҡҡан. Шартлау һөҙөмтәһендә өс кеше йәрәхәтләнгән, тип хәбәр итә «Риа Новости» агентлығы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика