ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 14.07.2017 14.07.2017

30 мең бурысың бар икән сит илгә сыға алмаясаҡһың. Дәүләт Думаһы бөгөн был өлкәне көйләүсе законға төҙәтмәләрҙе өсөнсө уҡыуҙа раҫланы. Элек бындай сара 10 мең һум бурысы йыйылғандарға ҡарата ҡулланыла ине. Үҙгәрештәр уның  күләмен арттырҙы. Шул уҡ ваҡытта алимент һәм кеше һаулығына ауыр зыян килтереү буйынса түләүҙәргә был закон ҡағылмай.

Рәсәйҙә дарыуҙар әйләнеше етди күҙәтеүгә алына. Ҡулланыусылар мәнфәғәтен яҡлау, баҙарҙа ялған продукцияны сикләү маҡсатында махсус идентификация билдәләре индерелә. Улар ярҙамында дарыу, уны етештереүсе тураһында теүәл мәғлүмәт алырға мөмкинлек буласаҡ. Билдәләре булмаған дарыуҙарҙы һатыуға сығарыу тыйыла.

ХХХ
Еврокомиссия рәйесе Жан Клод Юнкерҙың Грецияның Солоники ҡалаһына сәфәре күләмле ризаһыҙлыҡ акцияларына сәбәпсе булды. Һул радикалдар тарафынан ойошторолған митингтар полиция менән бәрелешкә тиклем барып етте. Юнкер Солоникилағы Аристотель университетында почетлы доктор дәрәжәһен алырға тейеш ине. Протест белдереүселәр Греция мөстәҡиллегенә ҡул һуҙыусы, илдә фәҡирлек һәм эшһеҙлеккә юл асҡан сәйәсәткә нигеҙ һалыусы кеше, был исемгә лайыҡ түгел тигән фекерҙә.

ХХХ
Японияла ҡойма ямғырҙар туҡтамай. Яуым-төшөмгә бәйле, урындағы бәләкәй генә йылғалар ҙа ҙур даръяларға әйләнде. Әле Айти префектураһының Инуяма ҡалаһына  һыу аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла ҡалала йәшәгән 74 мең кешене  эвакуациялау тураһында ҡарар ҡабул ителгән.

ХХХ
Британияның Йоркшир графлығында иһә сәйер төтөн урындағы халыҡты хафаға һалған. Күк йөҙөндә ҡара ҡулса рәүешендә  пайҙә булған күренешкә,  күптәр сит планета вәкилдәренең эҙе тигән ҡараш белдергән. Ваҡиға шаһиттары интернетҡа һалған видеояҙманы әле йыһан серҙәрен өйрәнеүселәр тикшерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика