ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 14.06.2017 14.06.2017

Төньяҡ флот буйынса федераль именлек хеҙмәте Североморск хәрби объекттарынан алыҫ түгел урында 2 тонна диазот тетраоксидына юлыҡҡан. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, токсик матдә шартлатҡыс эшләүҙә ҡулланыла. Әле хәүефле табыштың хужаһын эҙләү буйынса  операция башланған.

Вашингтон ҡалаһының спорт майҙансыҡтарының береһендә билдәһеҙ ир кешеләргә ут аса. Был ваҡытта бейсбол яланында АҠШ конгресмены Стив Скализ һәм уның хеҙмәттәштәре күнекмәләр үткәргән булған. Һөжүм итеүҙән 5 кеше йәрәхәтләнгән. Улар араһында ике конгресмен да бар. Зыян күреүселәрҙең барыһы ла дауаханала, уларҙың хәле тотороҡло, тип баһалана. Ваҡиға урынына килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре ҡоралланған ирҙе юҡ иткән.

ХХХ
Лондондағы күп фатирлы йорттағы көслө янғында балаһын ҡотҡарам тип әсә кеше сабыйын унынсы ҡаттан ырғытҡан. Бәхеткә күрә, аҫтағылар уны тотоп өлгөрә. Баланың һаулығына зыян килмәгән, тип яҙа үҙәк сығанаҡтар. Уҙған төн Лондонда сыҡҡан янғында 6 кеше һәләк булған, 60-тан ашыуы дауаханаға илтелгән. Уларҙың 20 реанимацияла ята.

ХХХ
«Европейская правда» гәзите яҙыуынса, Украина президенты икенсе аҙнаға Дональд Трамп менән осрашасаҡ. Һүҙ Порошенконың Вашингтонға эш сәфәре хаҡында бара. Америкалағы осрашыу 19 июнгә тәғәйенләнгән. Әммә әлегә ике президенттың осрашыуы тураһында рәсми мәғлүмәт юҡ. Агентлыҡ билдәләүенсә, Порошенконың Америкаға барыуы тураһында быға тиклем дә һүҙ сыҡҡан. Ул ваҡытта мәғлүмәт имеш-мимеш тип табылған. Шуға күрә Киев рәсми аңлатма биреүҙән тартына, күрәһең.

ХХХ
Америка сенаторҙары Мәскәүгә ҡаршы яңы санкциялар әҙерләй. Улар башлыса Башар Асад хөкүмәтен ҡорал менән тәьмин итеүселәргә һәм Рәсәй мәнфәғәтен ҡайғыртыусы хакерҙарға ҡағыла. Мәскәүгә яңы сикләүҙәр индереүҙең авторы республика партияһынан Көньяҡ Каролина сенаторы Линдси Грэм. Уның әйтеүенсә, Дональд Трамп указға ҡул ҡуймаған осраҡта президент демократтарҙы фашлаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика