ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 14.03.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 14.03.2017 14.03.2017

Эпидемиологик хәл ил етәкселегендә борсолоу тыуҙыра. Был турала бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән осрашыуҙа белдергән. Йоғошло сирҙәр кимәле ил буйынса кәмеүгә бара, әммә был хәүефкә урын юҡ тигәнде аңлатмай. Дмитрий Медведевтың ауырып китеүе быға асыҡ миҫал, тигән дәүләт башлығы. Бер көн алда Хөкүмәт рәйесе 14 мартҡа тәғәйенләнгән барлыҡ сараларҙы ла ваҡытлыса кисектереп торорға ҡарар иткәйне.  

Рәсәй Төркиәнән дефицит булған йәшелсәләрҙе индерергә рөхсәт бирҙе. Ә бына ҡыяр менән помидорға санкциялар һаҡлана. Бының сәбәбен ауыл хужалығы министрлығы урындағы етештереүселәрҙең мәнфәғәттәре иҫәпкә алыныуы менән аңлатҡан. Улар фекеренсә, ил халҡы тәү сиратта үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсәләр менән тәьмин ителергә тейеш. Әйтергә кәрәк, һуңғы ваҡытта ике ил араһындағы бәйләнештәр нығый. Уҙған аҙнала Рәсәйгә Төркиәнән тоҙ, һуған, төҫлө кәбеҫтә һәм ҡәнәферҙәр индерелә башланы.  

ХХХ
Ҡытайҙың Шаньдун провинцияһында юғары тиҙлектә килгән автобус баҙарҙа йәйәүлеләргә барып менгән. Һөҙөмтәлә дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ике тиҫтәгә яҡыны төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған. Табиптар зыян күреүсе биш ҡытайлының хәлен ауырыуса ауыр тип баһалай. Әлеге ваҡытта полиция автобус водителен ҡулға алған. Ул аварияға транспорт сараһының тормоз системаһы сафтан сығыуы сәбәпсе булды тип аңлатма биргән.

ХХХ
Төркиәлә һауа шарҙарының ҡазаға тарыуы һөҙөмтәһендә 40-лап кеше зыян күргән. Йәрәхәтләнеүселәрҙең күбеһе Каппадокияның тарихи урындары буйлап сәйәхәт итеүсе Европа һәм Ҡытай туристары. Урындағы телеканалдар хәбәр итеүенсә, һауаға күтәрелеүселәрҙе ашығыс рәүештә ергә төшөргә ҡапыл сыҡҡан көслө дауыл мәжбүр иткән. Әммә ҡайһы бер шарҙар кешеләр менән ҡолап төшкән.  Улар араһында Рәсәй граждандары бармы-юҡмы икәнлеге хаҡында мәғлүмәт бирелмәй.

ХХХ
Бразиялияла «Гама» менән «Бразильенсе» араһындағы уйын һуғыш менән тамамлаған. Интернетҡа һалынған видеояҙманан күренеүенсә, күләмле ыҙғыш осрашыуҙың һуңғы минуттарында башлана. Командаларҙың береһенә дәғүәсенең уйын ҡағиҙәһен тупаҫ боҙоуы оҡшап етмәй. Футболсыларға һуңынан көйәрмәндәр ҙә ҡушыла. Полиция хеҙмәткәрҙәренә уларҙы туҡтатыу өсөн йәш ағыҙыусы газ ҡулланырға тура килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика