ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 12.12.2016 12.12.2016

Рәсәй менән хәрби-техник хеҙмәттәшлекте яйға һалырға теләгән илдәр һаны  100-ҙән ашып китте. Уларҙың 98 мәскәү менән халыҡ-ара килешеүҙәрен раҫланы,  өлкәләге экспорт күләме 50 миллиард долларға еткән. Был турала Владимирь Путин сит илдәр менән хәрби техник хеҙмәттәшлек комиссияһы ултырышында белдерҙе.

Бер сәбепһеҙ Дәүләт Думаһының пленар ултырышын ҡалдырған депутаттарҙың эш хаҡы киҫеләсәк, ә уларҙың исеме парламенттың рәсми сайтында урынлаштырыласаҡ. Думаның регламент буйынса комитет рәйесе Ольга Севастьянова билдәләүенсә, тәртип боҙоусылар буйынса мәғлүмәт һайлаусыларға билдәле булырға тейеш.

ХХХ
Ҡаһирәләге террор ғәмәле сәбәпле Рәсәй президенты Владимир Путин   Мысыр ғәрәп республикаһының дәүләт башлығы Әбдел фәттәх әс Сисиҙың ҡайғыһын уртаҡлашты. Шартлау уҙған ял көнөндө копт кафедраль сиркәүендә теркәлде. Террор ғәмәле һөҙөмтәһендә 25 кешенең ғүмере өҙөлөдө.

ХХХ
Япония премьер-министры Синдзо Абэ    Курил утрауҙары менән бәйле террорриториялар мәсьәләһен хәл итергә вәғәҙәләне. Был турала  хөкүмәт башлығының  матбуғат секретарына һылтанып Киодо агентлығы хәбәр итә. 15 декабрҙә Японияға Рәсәй президенты Владимир Путиндың сәфәре көтөлә.

ХХХ
Ҡырғыҙстан халҡының яҡынса  80 проценты Конститутцияға төҙәтмәләр индереүҙе хупланы. Референдум уҙған йәкшәмбе үтте. Төп законға үҙгәрештәр индереү тәҡдиме менән парламенттағы оппозиция партиялары сығыш яһағайны, артабан уларҙы Президент Алмазбәк Атамбаев та хупланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика