ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 13.03.2017 13.03.2017

Рәсәйҙең Үҙәк банкы Мәскәүҙәге ике финанс ойошманың лицензияһын тартып алды. Был юлы көйләүсе учреждение «Сауҙа ҡала банкы» менән «Иҡтисади берлек банкы»н төрлө финанс  операциялар башҡарыуҙан мәхрүм итте. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, улар хәүефле кредит сәйәсәте алып барған һәм кредиторҙар алдындағы бурыстарын ваҡытында үтәмәгән.  

Перуҙа автобустың тарлауыҡҡа ҡолап төшөүе һөҙөмтәһендә кәмендә 15 кешенең ғүмере өҙөлгән. Тағы ла ете пассажирҙың ниндәй хәлдә булыуы тураһында мәғлүмәт бирелмәй. Юл-транспорт фажиғәһенә һауа торошо сәбәпсе булыуы ихтимал. Сөнки һуңғы көндәрҙә илдең төньяғында көслө дауыл һәм яуым-төшөм туҡтамай.  

ХХХ
Бөгөн Берлиндың «Тегель» һәм «Шёнефельд» аэропорттары хеҙмәткәрҙәре забастовка иғлан иткән. Улар эш хаҡының сәғәтенә 12 евроға тиклем арттырылыуын талап итә. Персоналдың эшкә сығыуҙан баш тартыуы һөҙөмтәһендә 700-гә яҡын самолет рейстан алынған. Әлеге ваҡытта Германияның баш ҡалаһы менән башҡа төбәктәр араһында авиабәләнеш тулыһынса өҙөлгән. Күләмле забастовка шаршамбы иртәһенә тиклем дауам итәсәк.  

ХХХ
Йырсы Юлиә Самойлова быйыл Киевта уҙасаҡ «Евровидение» йыр бәйгеһендә Рәсәй данын яҡлай. Был турала йәкшәмбе «Беренсе канал» эфирында хәбәр иттеләр. Коляскалағы беренсе төркөм инвалиды Украина сәхнәһендә «Ялҡыны яна» йырын башҡара. «Евровидение» бәйгеһенең ярымфиналы 9 һәм 11 майға тәғәйенләнгән, ә еңеүсе 13 майҙа уҙасаҡ финалда иғлан ителәсәк. Быйыл халыҡ-ара конкурста 43 ил вәкиле ҡатнашыр тип көтөлә.    

ХХХ
Норвегияның «Сторхамар» һәм «Спарта» командалары донъя рекордын ҡуйған. Еңеүсене асыҡлау өсөн хоккейсыларға һигеҙ овертайм талап ителгән. Осрашыу 217 минут 14 секунд дауам иткән һәм ул хужалар фаҙаһына 2:1 иҫәбенә тамамланған. Быға тиклемге рекорд бер быуат самаһы элек теркәлгән булған. 1936 йылда «Детройт» менән «Монреаль» клубтары араһындағы уйында еңеүсе 176 минут 30 секундтан һуң ғына асыҡланған.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика