ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 12.04.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 12.04.2017 12.04.2017

Санкт-Петербург метроһында һәләк булыусылар һаны 15-кә етте. Ҡала властары бөгөн дауаханала тағы ла бер кешенең ғүмере өҙөлөүе тураһында хәбәр итте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, көслө шартлау  3 апрелдә «Сенная майҙаны» менән «Технология институты» станциялары араһында яңғыраны. Тикшереү органдары террор ғәмәлен Ҡырғыҙстандан Аҡбаржон Джалилов башҡарған тигән һығымтаға килгән.

Грузия йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙән тәбиғи газ һатып алыуҙан баш тартҡан. Был турала бөгөн илдең энергетика министры Каха Каладзе белдергән. Бындай ҡарарға килеүҙе ул Тбилисиҙың Әзербайжджан һәм Иран менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә башлауы менән аңлатҡан. Йыл башынан «Газпром» компанияһы Грузияға 100 млн кубометр самаһы зәңгәр яғыулыҡ оҙатҡан булған.

ХХХ
Украинала космонавтика көнөн көҙгөлөккә күсереүҙәре ихтимал. Ошондай тәҡдим менән вице-премьер Вячеслав Кириленко сығыш яһаған. Уның фекеренсә, байрамды Рәсәй менән бер үк көндә билдәләү илдең яңы тарихына тап килмәй. Шуға ла ул йыһангирҙар көнөн 10 ноябргә тәғәйенләргә тәҡдим иткән. Тап ошо көндө 20 йыл элек Леонид Каденюк космосҡа күтәрелгән.

ХХХ
Ҡаҙаҡ яҙыуы кириллицанан латин графикаһына тәржемә ителәсәк. Ил президенты Нурсолтан Назарбаев бөгөн ошо туралағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйған. Дәүләт башлығы яңы ҡаҙаҡ алфавитын һәм графикаһын латинға күсереүҙең берҙәм стандартын йыл аҙағына тиклем эшләү бурысы ҡуйған. Шулай уҡ быйылдан  мәктәптәр өсөн уҡыу әсбаптарын сығара башлау планлаштырыла.  

ХХХ
Чехияла йәшәүсе Филип Фогель менән Петр Явурек Ер шарын урап сығырға әҙерләнә. Алыҫ юлға улар изге йомала ҡуҙғаласаҡ. Бының өсөн сәйәхәтселәр дүрт тиҫтә йыл самаһы элек сыҡҡан «ВАЗ-2101» автомобилен һайлаған. Данлыҡлы «Копейка» менән улар барлығы 50 мең километрҙан ашыу ара үтеп киләһе йылдың мартына тыуған илдәренә әйләнеп ҡайтырға ниәтләй.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика