ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 11.05.2017 11.05.2017

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Сочиҙағы резиденцияһында Палестина башлығы Мәхмүт Аббасты ҡабул итте. Осрашыу барышында улар телекүпер режимында Вифлеем ҡалаһында күп функциялы мәҙәни-спорт комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. Бер нисә бинанан торған үҙәк Рәсәйҙең бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә Палестина халҡына бүләк итеп төҙөлгән. Бының өсөн өс миллиард һумлыҡ инвестиция йүнәлтелгән.  

Урман янғындары майҙандарының артыуын иҫәпкә алып  Генераль прокуратура Амур өлкәһе, Приморье крайы һәм Еврей автономия округында тикшереүҙәр ойошторған. Ошондай уҡ рейдтар ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән илдең башҡа төбәктәрендә лә көтөлә. Миҙгел башынан алып Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә генә 709 урман янғыны теркәлгән, уларҙа 100 мең гектарҙан ашыу майҙан зыян күргән.  

ХХХ
Һиндостанда йөк автомобиленең күперҙән ҡолауы һөҙөмтәһендә кәмендә 11 кешенең ғүмере өҙөлгән. Тағы ла 15 пассажир төрлө тән йәрәхәттәре алған. Транспорт сараһы кузовында ултырған хеҙмәткәрҙәр ҡара ағас япрағын йыйыу өсөн урманға китеп барғанда фажиғәгә тарыған. Белгестәр ҡазаның сәбәбен водителдең хәүефһеҙлек талаптарын теүәл  үтәмәүе менән аңлатҡан.

ХХХ
Көньяҡ Флоридала йәшәүсе Крам Дасти милли парк биләмәһендә биш метр оҙонлоғонда йылан тотҡан. Питондың эсенән 78 йомортҡа сыҡҡан. Һөйрәлеүселәрҙең үрсеүенә юл ҡуймау маҡсатында штатта ғәмәлгә ашырылған дәүләт программаһына ярашлы, табыш  та шунда уҡ юҡ ителгән. Сөнки питондарҙың һаны яҡын киләсәктә 300 меңгә етеүе ихтимал.  

ХХХ
Украинаның хәүефһеҙлек хеҙмәте «Евровидение» конкурсында ҡатнашыусы Кристиан Костовҡа ҡарата бер ниндәй санкция ҡулланылмаясағын белдергән. Бөгөн иртән интернет киңлектәрендә Болгария йырсыһының 2014 йылда Ҡырымда сығыш яһауы тураһында мәғлүмәт донъя күрҙе. Әммә тикшереүҙәр барышында конкурсантың «Артек»тағы концерты Киев тарафынан ҡабул ителгән законға тиклем булыуы асыҡланды. Иҫегеҙгә төшөрбеҙ, быға бәйле, Рәсәй вәкиле Юлиә Самойлова ла «Евровидение» конкурсында ҡатнашыуҙан мәхрүм ителде.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика