ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 11.01.2018

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 11.01.2018 11.01.2018

Халыҡ именлеге иғтибар үҙәгендә. Президент Владимир Путин 2030 йылға тиклем ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һаҡланыу өлкәһендә дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәре тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Бөгөн документ хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында урынлаштырылды. Рәсәй хөкүмәтенә указ үтәлешен тәьмин итергә ҡушыла.

Ҡул күтәреүсе йорттан китергә тейеш буласаҡ. Дәүләт Думаһында ғаиләлә көс ҡуллыныу осраҡтарын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән закон проекты әҙерләнә. Парламенттың ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Оксана Пушкина әйтеүенсә, документ яҡынса бер-ике айҙан тәүге уҡыуға сығарыласаҡ.

ХХХ
Террорсыларға һунар. Истанбул полицияһы Рәсәйҙә һәм башҡа күп илдәрҙә тыйылған «Ислам дәүләте» террор төркөмө менән бәйләнеш тотоуҙа ғәйепләп 40-тан ашыу кешене ҡулға алды. Бер төн эсендә башҡарылған операция ҡаланың 7 районында үткән. Тәртип һаҡлау органдары ҡулына эләгеүселәрҙең күбеһе сит ил граждандары.

ХХХ
Британия сыҡты сиратта Польша. Варшавала Европа берлеге сәйәсәтенә  ризаһыҙлыҡ арта. Илдәге бәғзе сәйәси көстәр берлектән сығыу буйынса референдум үткәрергә әҙер булыуын билдәләй. Төп дәғүәләр   Брюсселдән финанс ярҙамы тулы күләмдә үтәлмәүенә   бәйле.  

ХХХ
Алтау берәүгә ҡаршы.  Европа берлегенә ингән илдәрҙең сит ил эштәре министрҙары Ҡушма штаттар Президентын Иран менән атом тураһында килешеүҙән сыҡмаҫҡа саҡырҙы. Ведомство етәкселәре   Төньяҡ Корея ядро ҡоралына һынау үткәргән мәлдә рәсми Тәһран  менән мөнәсәбәттәр боҙолорға тейеш түгел, тип билдәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку