ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 10.01.2017 10.01.2017

Рәсәй Юстиция министрлығы бурыслының берҙән-бер торлағын әйләнешкә  алыу тураһында закон проектын әҙерләй.  Документ әлегә  йәмәғәт тыңлауҙарын үтә. Закон проектында бурыслы мөлкәтенең уға һәм ғаиләһенә законда ҡаралған квадрат метрҙарҙыҡынан хаҡы ике тапҡыр ҡиммәт булған осраҡта, берҙән-бер торлаҡты кредитор иҫәбенә тартып алыу мөмкинлеге билдәләнә.

Рәсәйҙә дәүләт милли сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуға 26 миллиард һум аҡса бүленә. Ил хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән  программаны раҫланы. Документ милләт-ара татыулыҡты  һәм  дөйөм гражданлыҡ ҡиммәттәрен нығытыу, илебеҙҙә йәшәүсе барлыҡ халыҡтарҙың  милли төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

ХХХ
Венесуэла парламенты президент Николас Мадуроның отставкаһы өсөн тауыш бирҙе. Илдә әле тәрән иҡтисади көрсөк күҙәтелә. 2015 йылдан бирле Закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары араһында  низағ дауам итә. Тауыш биреүҙә президент сәйәсәтен тәнҡитләүселәр өҫтөнлөк итһә лә, уның һөҙөмтәһе хоҡуҡи көскә эйә түгел, дәүләт башлығы булып Николас Мадуро ҡала тип хәбәр итә Эль Комерцио телеканалы.

ХХХ
Бөгөн Ҡабул ҡалаһындағы ике шартлау өсөн яуаплылыҡты Талибан радикаль хәрәкәте үҙ өҫтөнә алды. Террор ғәмәлдәре Рәсәй илселеге урынлашҡан районда башҡарылды. Уның Афғанстан именлек хеҙмәте вәкилдәренә ҡаршы ойошторолоуы билдәле. Һәләк булыусылар тураһында мәғлүмәт юҡ.

ХХХ
Бөйөк Британияның сит ил эштәре министры Борис Джонсон Ҡушма Штаттар конгрессмендары  осрашыуҙа Рәсәйҙән ҡарасҡы яһау сәйәсәтен туҡтатыу мөһим тип билдәләне.  Уның фекеренсә, беҙҙең ил менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү файҙалыраҡ. Бер нисә ай элек Британия сит ил эштәре министрының   Сүриәләге Рәсәй сәйәсәтен ҡаты тәнҡит утына тотоусыларҙың береһе булды. Уның ҡарашы ҡырҡа үҙгәреү сәбәптәре әлегә билдәһеҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика