ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 09.12.2016 09.12.2016

Дәүләт думаһы өсөнсө уҡыуҙа 2017 йыл һәм  киләһе ике йылға  федераль бюджет тураһында закон проектын раҫланы.  Документтан күренеүенсә, 2017 йылда ҡаҙнаның  килем өлөшө 13 триллион 487 миллиард һум кимәлендә, ә сығымдар 16 триллион 240 миллиард һум тирәһендә күҙаллана. Бюджет дефициты 2 триллион 753 миллиард һум булыр тип көтөлә.Төп финанс документта социаль йөкләмәләрҙе теүәл үтәүгә өҫтөнлөк бирелә тигән фекерҙә белгестәр.

Циклон һөҙөмтәһендә Рәсәйҙең көньяҡ төбәктәрендә  230 мең самаһы кеше утһыҙ ҡалды. Электр менән тәьмин итеүҙәге өҙөклөктәр Ростов, Волгоград өлкәләре, Адыгей Республикаһы менән Краснодар крайында күҙәтелә. Әле төбәктә авария эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре бара тип хәбәр итә Рәсәй энергетика министрлығының матбуғат хеҙмәте.

ХХХ
Көньяҡ Корея парламенты Президент Пак Кын Хеға импичмент иғлан итте. Милли мәжлестең 234 депутаты ғәмәлдәге дәүләт башлығының вәкәләттәрен туҡтатыу өсөн тауыш биргән, 56-һы импичмент иғлан итеүгә ҡаршы булған, 7 бюллетен  ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табылған. Ил конституцияһына ярашлы, Көньяҡ Корея президенты вәкәләттәре премьер-министрына күсә.

ХХХ
Үзбәкстан Үҙәк һайлау комиссияһы 4 декабрҙә үткән Президент һайлауҙары йомғаҡтарын раҫланы. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә Шәфҡәт Мирзиев еңеп сыҡты. Уның өсөн Үзбәкстан халҡының 88 проценты тауыш бирҙе, тип белдерҙе илдең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Мирза Абдусәләмов.

ХХХ
Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирәләге террор ғәмәлендә 6 полиция хеҙмәткәренең ғүмере өҙөлдә. Әль Арабия телеканалы хәбәр итеүенсә, билдәһеҙ кешеләр контроль-үтеү пункты янындағы сүп-сар багына шартлатҡыс урынлаштырған. Әлегә бер төркөм дә шартлау өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика