ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 09.11.2016 09.11.2016

Миллиардер Дональд Трамп рәсми рәүештә Америка Ҡушма Штаттарының 45-се Президенты итеп һайланды.  Ил менән етәкселек итеүгә дәғүә иткән икенсе кандидат Хилари Клинтон үҙенең уңышһыҙлыҡҡа тарыуын таныған. Республика партияһы вәкилен оло еңеүе менән  Владимир Путин да ҡотлаған. Ул ике ил араһындағы киҫкен мөнәсәбәттәрҙең берлектә хәл ителәсәгенә ышаныс белдергән.

Бөгөн көндөҙ Екатеринбургта Калинин исемендәге оборона заводының ҡыйығы емерелеп төшкән. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, ике тиҫтәгә яҡын хеҙмәткәр ауыр тән йәрәхәттәре алған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәгә көслө ҡар яуыуы сәбәпсе булған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

ХХХ
Һиндостан Премьер-министры Нарендра Моди бөгөндән иң эре һаналған 500 һәм 1 мең рупий аҡсаларҙың әйләнештән сығарылыуын белдергән. Бындай купюраларҙы банктарҙа бәләкәйерәк номиналдарға алыштырыу өсөн 50 көн ваҡыт бирелгән. Әммә финанс учреждениелары алдында әленән үк оҙайлы сираттар  барлыҡҡа килгән.  

ХХХ    
Францияла шарап етештереү уҙған йыл менән сағыштырғанда 10 процентҡа кәмегән. Илдең ауыл хужалығы министрлығы белгестәре бының сәбәбен  виноградтың һуңғы 30 йылда иң түбән уңыш биреүе менән аңлатҡан. Күрһәткестәргә йәйге ҡоролоҡ һәм виноград ауырыуының саманан тыш таралыуы кире йоғонто яһаған.  

ХХХ
Лиссабондағы милли музейҙа селфиға төшкән ваҡытта Бразилия турисы боронғо һынды иҙәнгә төшөрөп ярған. Изге Михаил скульптураһы 18-се быуат ҡомартҡыһы тип һаналған. Музей вәкилдәре белдереүенсә, бындай күңелһеҙ хәл бинала беренсе тапҡыр теркәлгән. Эксперттар зыян күләмен, кире ҡайтарып булмаҫлыҡ, тип билдәләгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика