ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 09.06.2017 09.06.2017

Рәсәй пилоттары сит илдәрҙә осоуҙы хуп күрә. Был турала тармаҡтағы сығанаҡтарына һылтанма яһап, «Коммерсант» яҙа. Мәғлүмәткә ярашлы, һуңғы  ике йыл ярым эсендә 300-ҙән ашыу белгес сит ил авиакомпанияларына эшкә күскән. Тағы 400 осоусы әле документ юллау менән мәшғүл. Хеҙмәт миграцияһының төп сәбәбе илдә эш хаҡының түбән булыуы, тип мәғлүмәт бирә «Коммерсант».

Эльвира Нәбиуллина тағы ла биш йыл Рәсәй банкы менән идара итәсәк. Бөгөн Дәүләт Думаһы уның вәкәләт мөҙҙәтән оҙайтыу тураһындағы закон проектын раҫланы. Эльвира Сәхипзада ҡыҙының кандидатураһын Президент Владимир Путин тәҡдим иткәйне.

ХХХ
Британия премьеры Тереза Мей яңы хөкүмәт ойоштороуға королеванан рәсми рөхсәт алды. Шулай ҙа белгестәр был ҡарарҙың икеле булыуын раҫлай. Илдә ваҡытынан алда үткән һайлауҙа консерваторҙар партияһы парламенттағы өҫтөнлөктө юғалтты. Шуға ла Тереза Мейға йә коолиция хөкүмәте ҡорорға, йә аҙсылыҡ менән идара итергә тура киләсәк. Консерваторҙарҙың дәғүәселәре лейбористар партияһы лидеры Джереми Корбин һайлауҙан һуң Тереза ханымды отставкаға китергә саҡырҙы.

ХХХ
Ираҡтың Мөсәйеб ҡалаһында террор ғәмәле. Террорсы үҙ-үҙен  урындағы баҙарҙа шартлатты. Һөҙөмтәлә 20 кешенең ғүмере өҙөлдө, утыҙҙан ашыуы тәрлә йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылды тип хәбәр итә урындағы матбуғат саралары. Террор ғәмәле өсөн яуаплылыҡты Рәсәй һәм башҡа күп илдәрҙә тыйылған «Ислам дәүләте» террор төркөмө үҙ өҫтөнә алды.

ХХХ
Төркиәнең Анталия ҡалаһында турист автобусы йөк автомобиле менән бәрелеште. Йәрәхәтләнеүселәр араһында ватандаштарыбыҙ ҙа бар тиелә  Рәсәй генераль консуллығы таратҡан мәғлүмәттә. Юл-транспорт ваҡиғаһы мәлендә автобус салонында 44 пассажир булған. Аварияла 9 кеше йәрәхәтләнгән уларҙың  бишәүһе Рәсәй туристы. Йәрәхәтләнеүселәргә урындағы дауаханала ярҙам күрһәтелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика