ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 09.03.2017 09.03.2017

Бөгөн Рәсәй Президенты эске эштәр министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышында ҡатнашты. Владимир Путин билдәләүенсә, былтыр илдә ауыр енәйәт ҡылыу осраҡтары, юл-транспорт фажиғәләре кәмегән. Әммә элекке йылдарҙағы кеүек закон боҙоуҙарҙың яртыһы һаман да асылмай ҡала. Айырыуса, ришүәт алыусылар, граждандар мөлкәтенә һәм бизнесына ҡул һуҙыусыларҙың күбеһе үҙ язаһын алмай. Шуға ла дәүләт башлығы тәртип урынлаштырыуҙа эште көсәйтергә ҡушты. Сөнки полицияның эшенән халыҡтың властҡа ҡарата мөнәсәбәте формалаша, тине Владимир Путин.

Грецияла йәшәүсе бер меңгә яҡын фермер ауыл хужалығы министрлығы янында ҡаршылыҡ акцияһы уҙғарған. Улар һалымдарҙың һәм социаль страхловкалау фондтарына түләүҙәрҙең артыуына ризаһыҙлыҡ белдергән. Ил Хөкүмәте бындай аҙымға кредиторҙарҙың ҡәтғи талаптарынан һуң барырға булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре митингка йыйылыусыларҙы ҡурҡытыу өсөн йәш ағыҙыусы газ ҡулланған. Фермерҙар хоҡуҡ һағында тороусыларға таштар һәм таяҡтар менән яуап биргән.

ХХХ
Данияла 14 йәшлек малай Икенсе донъя һуғышында фажиғәгә тарыған самолетҡа юлыҡҡан. Уның кабинаһында пилоттың ҡалдыҡтары ла ятҡан. Ете метр тәрәнлектәге һауа судноһын табыу өсөн уҡыусыға тимер эҙләү ҡоролмаһы ярҙамға килгән. Тикшереүҙәр барышында, немец истребителенең 1944 йылда ҡолап төшөүе билдәле булған. Әлеге ваҡытта белгестәр пилоттың шәхесен асыҡлау менән шөғөлләнә.

ХХХ
Биологтар Марс атмосфераһы шарттарында картуф үҫтереү буйынса тәжрибә яһаған. Улар икенсе икмәк Ҡыҙыл планетала ла яҡшы уңыш биреүен иҫбатлаған. Бының өсөн ғалимдар тәжрибә үткәреү өсөн Перу сүллегендәге юғары тоҙло ҡомдо һайлаған. Сөнки уның составы сит планеталығына яҡын булыуы менән билдәле. Белгестәр ошондай шарттарҙа башҡа ауыл хужалығы культураларын үҫтереп ҡарарға ла иҫәп тота.

ХХХ
Быйыл йәй Рәсәйҙә үтәсәк футбол буйынса конфедерация кубогы башланыуға теүәл 100 көн ҡалды. Ойоштороусылар был турнирҙы донъя чемпионатының репетицияһы тип тә атай. Уйындарҙы Санкт-Петрбург, Мәскәү, Сочи һәм Ҡазан ҡалалары ҡабул итә. Унда майҙан хужалары - Рәсәй футболсыларынан тыш, барлыҡ ҡитғаларҙың еңеүселәре һәм һуңғы донъя чемпиондары ҡатнаша. Конфедерация кубогын асыу һәм ябыу тантанаһы төньяҡ баш ҡала стадионда уҙасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика