ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 08.12.2016 08.12.2016

Дмитрий Медведев төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙы яҡлау тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Документта тармаҡ министрлығына өлөшсөләрҙе яҡлау фонды ойошторорға ҡушыла. 1 ғинуарҙан төҙөлөш ойошмаларына мотлаҡ рәүештә фондҡа аҡсалата иғәнәләр күсереү талабы ҡуйыла.

Гленкор консорциумы менән Катар бойондороҡһоҙ фонды «Роснефть» компанияһының хосусилаштырыуҙа сығарылған 19,5 процент акцияларын һатып алды. Был турала  Рәсәй президенты менән осрашыуҙа «Роснефть» компанияһы етәксеһе Игорь Сечин белдерҙе. Хосусилаштырыуға сығарылған акциялар пакеты 10 миллиард евро кимәлендә баһаланған.

ХХХ
15 декабрҙә Рәсәй Президентының Японияға рәсми сәфәре көтөлә. Уның барышында Владимир Путин илдең премьер-министры Синзе Абэ менән осрашыу уҙғара. Токио ҡалаһында ике илдең эшлекле даирәләре араһында һөйләшеүҙәр планлаштырылған. Сәфәр барышында барлығы 30 документҡа ҡул ҡуйыу ҡаралған.

ХХХ
Ҡушма Штаттар етәкләгән коолиция тыныс халыҡтың ғүмерен ҡыйҙы. Ираҡтың Әл-Ҡәһә ҡалаһына авиация һөжүме һөҙөмтәһендә 60 кеше шул иҫәптән 19 баланың ғүмере өҙөлдө тип хәбәр итә мәғлүмәт агентлыҡтары. Әл-Ҡәһә Рәсәйҙә тыйылған Ислам дәүләте террор төркөмө контролендә. Ҡаланы Ираҡ хәрби авиацияһы бомбалаған. Ҡала үҙәгенә тура килгән шартлауҙа террорсыларҙың штабы һәм тыныс халыҡтың йорттары ҡыйратылған.

ХХХ
Жирафтарға юҡҡа сығыу хәүефе янай. Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берлеге мәғлүмәттәренән күренеүенсә, был хайуандарҙың һаны йылдан-йыл кәмей бара. Жирафтарҙың юғала барыуына кеше эшмәкәрлеге, броконьерҙар һәм экология мәсьәһе менән бәйле тип билдәләй белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика