ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 08.11.2016 08.11.2016

Дәүләт Думаһы депутаты Иван Сухарев шәхси төрмәләр төҙөүгә рөхсәт биргән закон проекты өҫтөндә эшләй. Уның фекеренсә, бындай алымдың дәүләт өсөн файҙаһы ҙур буласаҡ,  сөнки әлеге ваҡытта хоҡуҡҡа тарттырылыусылар өсөн ҙур сығымдар түгелә. Бынан тыш, закон проектының төрмәләрҙе бушатыу йәһәтенән дә отошло буласаҡ. Сөнки Мәскәүҙә генә енәйәтселәр өсөн айырым бүләмәләрҙә ике меңгә күберәк кеше ултыра.

Бөгөн Америка Ҡушма Штаттарында Президент һайлауҙары үтә. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, Аҡ йорттоң киләһе дүрт йылға хужаһы тәғәйенләнә. Ил менән етәкселек итеүгә демократ Хиллари Клинтон һәм республика партияһы кандидаты Дональд Трамп дәғүә итә. Һуңғы булып гражданлыҡ бурысын Аляска штатында йәшәүселәр үтәйәсәк. Төбәктә һайлау участкаһы урындағы ваҡыт менән киске сәғәт һигеҙҙә ябыла.  

ХХХ
Бөгөн иртән Японияның Фукуока ҡалаһы үҙәгендә ер ишелеп төшкән. Социаль селтәрҙәргә һалынған видеояҙманан күренеүенсә, иң тәүҙә урамдарҙың береһендә ике бәләкәй соҡор барлыҡҡа килә. Әммә бер аҙҙан уның майҙаны киңәйеп, ҙур йырын хасил була. Урындағы транспорт идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, был урында ҡала метрополитенын киңәйтеү буйынса төҙөлөш эштәре алып барылған булған. Ғәҙәттән тыш хәлдә  зыян күреүселәр юҡ.

ХХХ
Германияның баш ҡалаһында совет разведчигы Рихард Зорге иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Теүәл 70 йыл элек ул Япония властары тарафынан язалап үлтерелә. Был көндө герой исемен исемен йөрөткән Берлиндағы урамға йөҙҙән ашыу кеше йыйылды. Таҡтаташ Рәсәйҙең Германиялағы илселеге ярҙамында ҡуйылған.  

ХХХ
Голландияла йәшәүсе Матс Валк кубик Рубикты тиҙлеккә йыйыуҙа донъя рекорды ҡуйған. Ул ҡатнашҡан быйылғы чемпионат Индонезияла үткән. 20 йәшлек егеткә кубиктың бар төҫтәрен дә йыйыу өсөн 4,74 секунд талап ителгән. Шулай итеп ул Амерканан Лукас Эттерҙың рекордын  0,164 секундҡа артырыуға өлгәшкән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика