ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 07.07.2017 07.07.2017

Бөгөн Гамбургта донъяның 20 иле лидерҙарының саммиты башланды. Күләмле форумда Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнаша. Осрашыуҙа ҡараласаҡ төп мәсьәләләрҙең береһе - террорға ҡаршы көрәш. Рәсми сессия алдынан Владимир Путин менән Дональд Трамп тәүге тапҡыр бер-береһенең ҡулын ҡыҫты. Саммит сиктәрендә ике ил лидерҙарының айырырым осрашыуы ла ҡаралған.

Бөгөн бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән Луганск халыҡ республикаһы хөкүмәте эргәһендә шартлау яңғыраған. Ғәҙәттән тыш хәлдә бер нисә кеше йәрәхәтләнгән. Дауаханаға китеп барғанда ҡазаға тарыусыларҙың береһе һәләк булған. Урындағы властар ваҡиғаны теракт тип ҡабул иткән. Һуңынан үҙәк майҙанда тағы ла бер шартлау ишетелгән.  

ХХХ
Ҡытайҙың Хунань провинцияһында көслө ташҡын ваҡытында дүрт тиҫтәнән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән һәм хәбәрһеҙ юғалған. Төбәктә ҡойма ямғырҙар ике аҙна самаһы элек башланған. Белгестәр иҫәпләүенсә, Ҡытайҙа был һуңғы 60 йыл эсендә теркәлгән иң ҙур тәбәғәт ғәрәсәте. Һыу баҫыуҙан провинцияла йәшәүсе тағы ла 815 мең самаһы кеше матди зыян кисергән.

ХХХ
Рәсәйҙең тағы ла ике ВУЗ-ы лицензияһыҙ ҡалып, студенттар ҡабул итеү мөмкинлеген юғалтты. Был юлы мәғарифты күҙәтеү идаралығы Липецк идара итеү һәм Мәскәү банк институтттарына ҡарата етди яза сығарҙы. Бынан тыш, Волга буйы федераль округы университетының Ял Саллы ҡалаһындағы филиалы ла быйыл абитуриенттарҙан документар ҡабул итмәйәсәк.  

ХХХ
Бөгөн Испанияла бар донъяға билдәле Сан-Фермин фестивале асылды. Һигеҙ быуат дауамында ул үгеҙҙәрҙең тар урамдар буйлап иртәнге йүгереүенән башлана. Әммә тәүге көндә үк тамаша ҡылыусы дүрт турист ярһыған хайуандарҙан төрлө тән йәрәхәттәре алды. Әле улар табиптар күҙәтеүенә алынған. Кешеләр күпләп ҡазаланыуға ҡарамаҫтан сара Памплона ҡалаһында йыл һайын 14 июлгә тиклем дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика