ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 07.06.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 07.06.2017 07.06.2017

Ил президенты Владимир Путин балаларҙы үҙ-үҙенә ҡул һалыуға этәреүселәрҙе  енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Һүҙ башлыса, һуңғы арала социаль селтәрҙәрҙә киң таралған хәүефле төркөмдәр хаҡында бара. Енәйәт һәм енәйәт-процессуаль кодектарына үҙгәрештәр индерелгән дә инде. Суидцидҡа этәреү хәҙер ауыр енәйәт категорияһына инә. Статья буйынса 6 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү ҡаралған.

Либерал-демократтар партияһы  Дәүләт думаһына Рәсәй гимны итеп императорҙың ,,Боже, Царя хани,, йырын алыу тәҡдиме менән сығыш яһаған. Ул 1834 йылда Николай 1 указы менән раҫланған һәм 1917 йылдың февралендә монархты ауҙарғанға тиклем ғәмәлдә булған. Депутаттар фекеренсә, император гимны данлы еңеүҙәргә ғорурлыҡ уята һәм Бөйөк илдең Бөйөк тарихын сағылдыра.  

ХХХ
Террорсылар  Иран парламенты менән Тегерандың көньяғында урынлашҡан имам Хомейни  мавзолейына һөжүм итте. 12 кеше һәләк булған. Террор ғәмәле өсөн яуаплылыҡты Рәсәйҙә һәм күп илдәрҙә  тыйылған Ислам дәүләте террор төркөмө  үҙ өҫтөнә алды. Ирандың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан  хәбәр итеүҙәренсә, террор ғәмәлендә зыян күреүселәр һаны 33 кешегә еткән.  

ХХХ
Германия хөкүмәте Төркиәнең «Инджирлик» авиабазаһынан ғәскәрҙәрен сығарыу ҡарарын хупланы. Йөҙләгән хәрби, разведка һәм яғыулыҡ ҡойоу самолеттары Иорданияға күсереләсәк. Ил хөкүмәте Төркиә властарының Германия депуттарына «Инджирлик» авиабазаһын инергә  рөхсәт итмәгәндән һуң ошондай ҡарарға килә.

ХХХ
Алясканың Анкоридж ҡалаһында гольф уйнаусылар яланға йүгереп сыҡҡан айыуҙы видеоға төшөрөп алған. Кадрҙарҙан күренеүенсә, тайыштабан майҙандағы флагты йыға һуңынан уйынсыларҙың әйберҙәрендә соҡона башлай. Ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндергәс айыу кире урманға табан юллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика