ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 06.12.2016 06.12.2016

Алеппо ҡалаһындағы мобиль госпиталгә һөжүм итеү һөҙөмтәһендә Рәсәйҙән ике шәфҡәт туташының ғүмере өҙөлгән. 40 йәштәр тирәһендәге ҡорбандарҙың Биробиджандан Надежда Дураченко менән Галина Михайлова булыуы билдәле. Үлемесле яра алыусылар Сүриә халҡына тәүге медицина ярҙамы күрәтеү өсөн ебәрелгән булған. Бынан тыш, фажиғәлә балалар табибы һәм бер нисә пациент та зыян күргән.  

Германия канцлеры Ангела Меркель хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында пәрәнжә кейеүҙе тыйыу тураһындағы тәҡдимде хуплаған. Был турала ул бөгөн Эссендә үткән федераль съезда белдергән. Уның әйтеүенсә, юридик яҡтан мөмкин булған урындарҙа  ҡатындарға йөҙҙө тулыһынса ҡаплау рөхсәт ителергә тейеш түгел.     Әлеге ваҡытт Европаның ҡайһы бер илдәрендә пәрәнжәне йәмәғәт урындараныда кейеп йөрөү закон тарафынан тыйыла. Францияла бының өсөн 150 евро күләмендә штраф һалыу ҡаралған.  

ХХХ
Украина эске эштәр министрлығының элекке хеҙмәткәрҙәре  Юғары рада бинаһы алдында митингка йыйылған. Улар пенсия түләүҙәрен милли полиция тураһындағы законға ярашлы ҡайтанан иҫәпләүҙе талап итә. Сөнки ветерандар өсөн тәғәйенләнгән  барлыҡ түләүҙәр ҙә элекке кимәлдә һаҡлана. Шул уҡ ваҡытта һуңғы йылдарҙа хаҡлы ялға сығыусыларҙың пенсияһы бер нисә тапҡырға күбәрәк тәшкил итә.    

ХХХ
Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны арта. Бөгөнгә Удмурт, Марий Эл республикаларында, Свердловк, Орлов, Липецк өлкәләрендә урынлашҡан бер нисә мәктәп һәм балалар баҡсаһы карантинға ябылған. Башҡортостанда да киҙеүҙең бер аҙ күтәрелеүе күҙәтелгән. Һуңығ мәғлүәмәттәр буйынса, республика халҡының 40 процент самаһы грипҡа ҡаршы вакцинация эшләткән.

ХХХ
Бөгөн Хакасия өҫтөндә метеорит шартлаған. Ул Силәбе өлкәһендәге Сыбаркүлгә төшкән күк есеменән бәләкәй, шулай ҙа ҡайһы бер өлөштәрҙе табырға мөмкин тигән фараздар бар. Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында махсус комиссия эшләй. Улар метеориттың хәрәкәт юлы буйынса тикшереүҙәр алып бара. Йыһан ташынан зыян күреүселәр теркәлмәгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика