ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 05.07.2017 05.07.2017

Мәғлүмәт технологияларын камиллаштырыуға бүленгән дәүләт аҡсаларын һөҙөмтәле файҙаланыу мөһим. Был турала Президент Владимир Путин  стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса совет ултырышында белдерҙе. Быйыл Рәсәйҙә  һанлы технологияларға үҙләштереүгә  200 миллиард һум бүленә. Дәүләт башлығы фекеренсә, илдең именлеге һәм иҡтисадтың заман талаптары буйынса үҫешеүен тәьмин итеү өсөн сығымдарҙың маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуы мөһим.

2016  йыл һөҙөмтәләре буйынса  Рәсәй 35 миллион ярым тонна игенде экспортҡа оҙатҡан. Был күләмдең 27 миллион тоннанан ашыуы бойҙайға тура килә. Ауыл хужалығы министры Александр Ткачев билдәләүенсә, илебеҙҙең мөмкинлектәре был күрһәткес менән генә сикләнмәй. Быйыл яҡынса 38 миллион тонна самаһы ашлыҡты сит илдәргә һатыу күҙаллана.

ХХХ
Рәсәйҙең алыҫ авиацияһы Ислам дәүләте террор төркөмөнөң Сүриәләге  ҡорал келәттәре һәм команда пунктын юҡ итте. ТУ-95 МС самолеттары  яңы быуын ракеталары менән террорсыларҙы утҡа тотто. Һөҙөмтәлә Акербат ҡалаһы тирәһендә урынлашҡан сәптәр харабаларға әйләнде тип билдәләнә Оборона министрлығы таратҡан мәғлүмәттә.


ХХХ
Германия полицияһы Гамбургта ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусыларҙы таратыу өсөн водометтар ҡулланырға мәжбүр булды. ДЖИ 20 саммитына  протест белдереүселәр Гамбург урамдарында бер аҙна самаһы тәртип һаҡсылары менән бәрелешә. Уҙған төндә  акцияла ҡатнашыусылар үҙәк майҙанда сатыр ҡаласығы ҡороп, юлдарҙы ҡапларға ниәтләгәйне. Полицияға уларға ҡарата ҡәтғи саралар  ҡулланды.

ХХХ
Һиндостандың төньяҡ-көнсығышындағы көслө ташҡында кәм тигәндә 20 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ике аҙнаға һуҙылған муссон ямғырҙары һөҙөмтәһендә Брахмапутра йылғаһы ярҙарынан сыҡты. 400 мең самаһы кешегә йәшәгән йортон ташлап китергә тура килде. Һиндостанда ямғырҙар миҙгеле июндән сентябргәсә дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика