ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 05.06.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 05.06.2017 05.06.2017

Төрлө каналдар буйынса Владимир Путин менән тура элемтәгә килгән һорауҙар һаны йөҙ меңде ашып киткән. Был турала дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдерҙе. Рәсәй Президенты хакимиәтендә алынған мөрәжәғәттәр эшкәртелә. Һорауҙарҙы анализлауҙа  Владимир Путин шәхсән ҡатнаша тип билдәләнә мәғлүмәттә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Владимир Пучков һауа торошо тураһында теүәл мәғлүмәт еткермәгән синоптиктарҙы яуаплылыҡҡа тарттырырға саҡырҙы. Ведомство етәксеһе фекеренсә,  һауа торошо тураһында күҙаллауҙар нигеҙендә халыҡ именлеген тәьмин итеү буйынса саралар күрелә. Улар дөрөҫлөккә тап килмәгән осраҡта матди юғалтыуҙар күләме арта. Мәскәүҙәге дауыл эҙемтәләрен дә министр тәү сиратта синоптик хатаһына бәйләне.

ХХХ
Бахрейн, Сәғүд Ғәрәбстаны, Мысыр, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре, Йәмән, Ливия һәм Мальдив утрауҙары Катар менән дипломатик мөнәсәбәттәрен өҙҙө. Атап үтелгән дәүләттәрҙә ҡәтғи сәйәси аҙым рәсми Доханың террорҙы һәм законһыҙ хәрби берләшмәләрҙе финанслауы менән аңлатыла. Рәсәй ғәйепләүҙәрҙе иҫәпкә алды, әммә Катар менән мөнәсәбәттәр әлегә үҙгәрешһеҙ ҡала, тиелә сит ил эштәре министрлығы мәғлүмәтендә.

ХХХ
Ҡушма штаттарҙың Флорида штатында ҡораллы кеше урамдағы халыҡҡа ут асты. Орландо ҡалаһында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәлдә биш кешенең ғүмере өҙөлдө, йәрәхәтләнеүселәр теүәл генә билдәһеҙ, тип хәбәр итә Фокс НьюС телеканалы. Һөжүм итеүсене полиция юҡ иткән. Ваҡиға урынында эшләүсе тәфтишселәр осраҡтың террор ғәмәле булыуын инҡар итә.

ХХХ
Германия менән Төркиә араһында мөнәсәбәттәр киҫкенләшә. Ике илдең рәсми даирәләре араһында тартҡылашыу Инджирлик хәрби базаһы менән бәйле килеп сыҡты. Германия парламеты делегацияһының  базаға сәфәр ҡылыу теләген рәсми Анкара раҫламаны. Һөҙөмтәлә союздаш һаналған илдәр етәкселеге ауыр ғәйепләүҙәр менән алмашты. Инджирлик хәрби һауа көстәре базаһы төбәктә Ҡушма Штаттар менән НАТО-ның төп хәрби берәмектәренең береһе. Бында «Ислам дәүләте» террор төркөмөнә ҡаршы халыҡ-ара коолицияға ингән илдәрҙең самолеттары ла урынлашҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика