ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 04.07.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 04.07.2017 04.07.2017

Владимир Путин менән Дональд Трамп 7 июль Гамбургта үтәсәк Джи 20  саммитында осрашасаҡ. Ике илдең дәүләт башлығы, аяҡ өҫтөндә генә ҡул бирешеп  ҡалмаясаҡ, һөйләшеүҙәр тулы форматта, әңгәмә рәүешендә үтәсәк. Был турала Рәсәй президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдерҙе. Осрашыуҙа ике аралағы мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы төрлө темалар күтәреләсәк. Саммит сиктәрендә Рәсәй һәм Америка Президенттары тәүге тапҡыр рәсми осрашыу үткәрәсәк

Рәсәйҙә ипотека алыусыларға  резерв фондттан өҫтәмә рәүештә 2 миллиард һум бүленә. Торлаҡ кредиты юллап ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға финанс ярҙам  бүлеүҙе махсус комиссия хәл итәсәк. Аҡсаны  барлыҡ ипотека алыусыларға бүлеү күҙаллана.

ХХХ
Си Цзинпинға Рәсәйҙең дәүләт наградаһы тапшырылды. Андрей Первозванный  ордены менән Ҡытай халыҡ республикаһы дәүләт рәйесе ике аралағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға индергән өлөшө өсөн бүләкләнде. Орденды Президент Владимир Мутин тапшырҙы.

ХХХ
ДЖИ-20 саммиты үтәсәк Гамбург әле  ҙур алыш майҙанын хәтерләтә. Аҙна башынан бирле германияның был ҡалаһында антиглоболистар, анархистар һәм башҡа  радикал сәйәси төркөмдәрҙең ризаһыҙлыҡ акциялары үтә. Именлек саралары көсәйтелгән. Ҡала үҙәгенә генә 20 мең полиция хеҙмәткәре йәлеп ителгән.

ХХХ
Ҡушма штаттар етәкләгән хәрби коолицияның авиаһөжүме һөҙөмтәһендә Сүриәнең Хасеке провинцияһында тыныс халыҡ араһынан кәм тигәндә 9 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был турала илдең САНА мәғлүмәт агентлығы хәбәр итте. Коолиция авиацияһы  Шаддиди ҡалаһының көньяғында урынлашҡан ауылдарҙы береһен бомбаға тотто, матди зыян күләме әле иҫәпләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика