ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 04.05.2017 04.05.2017

Рәсәй президентының май указдары 90 процентҡа үтәлгән. Был турала ил хөкүмәте иғлан иткән мәғлүмәттә билдәләнә. 2012 йылғы май указдарының үтәлеше, социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәрен байҡау сиктәрендә  бөгөн Мәскәүҙә үткән Дәүләт советы улытырышында  ҡаралды.

Ил хөкүмәте резерв фондынан Иркутск өлкәһе һәм Бүрәт республикаһындағы урман янғыны эҙемтәләрен бөтөрөүгә 116 миллион һум аҡса йүнәлтә. Хөкүмәт күрһәтмәһенә ярашлы сығымдар  зыян күреүселәргә матди ярҙам күрһәтеү маҡсатында тотоноласаҡ. Аҡсаларҙың бер өлөшө ваҡытлыса йәшәү урындарын  финанслауға бүленә.

ХХХ
Рәсәй донъялағы барлыҡ илдәр, шул иҫәптән Ҡушма Штаттар менән дә  хеҙмәттәшлеккә асыҡ. Америкала беҙҙең дәүләттән  ҡарасҡы яһау сәйәсәтен аңлап етмәйем. Был турала сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдерҙе. Уның фекеренсә, нигеҙһеҙ ғәйепләүҙәр ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә ҡамасаулай.

ХХХ
Рәсәй, Иран һәм Төркиә Сүриәлә көсөргәнешлекте кәметеү биләмәләре тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы. Документ нигеҙендә өс ил тыныслыҡты тәьмин итеүсе көс булараҡ таныла. Улар илдә ҡоралһыҙ һәм хәрби бәрелештәрһеҙ биләмәләр булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Астана форматында Сүриә мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәрҙең киләһе раунды июнь башына тәғәйенләнде.

ХХХ
Испанияның баш ҡалаһы Мадрид янында урынлашҡан химия предприятиеһында бөгөн  көслө шартлау яңғыраны, һөҙөмтәле сәнәғәт обьектында янғын сыҡты. Ғәҙәттән тыш хәл ҡала ситендә булһа ла үҙәк майҙандарҙа ла шартлау тулҡыны һиҙелде тип билдәләй шаһиттар. Ҡотҡарыусылар хәбәр итеүенсә,  һәләк булыусылар юҡ. Өс ауыр йәрәхәтләнеүсе дауаханаға оҙатылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика