ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 03.11.2016 03.11.2016

Ил Президенты Владимир Путин голливуд актеры һәм продюсеры Стивен Сигалға Рәсәй гражданлығы биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйған. Был хаҡтағы документ Кремлдең рәсми сайтында баҫтырылған. Быйыл сентябрҙә танылған актер Көньяҡ-Сахалинда  үткән халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашҡайны. Шул ваҡытта уҡ    Стивен Сигал Алыҫ Көнсығыш төбәктә бизнес менән  шөғөлләнергә теләк белдерҙе.  

Бөгөн иртән Паҡстандың Ланди Карачи тимер юлы станцияһында ике пассажир поезы бәрелешкән. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә кәмендә18 кешенең ғүмере өҙөлгән, бик күптәр ауыр тән йәрәхәттәре алған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, платформала торған тиҙ йөрөшлө составҡа юғары тиҙлектә барыусы экспресс килеп төкөлгән. Фажиғәгә сигнал биреүсе ҡоролманың сафтан сығыуы сәбәпсе булыуы ихтимал.

ХХХ
Ер шары буйлап сәйәхәт итеүсе Колин Стюарт Хэйлз ашығыс рәүештә Көньяҡ-Сахалин аэропортына төшөргә мәжбүр булған. Сөнки Бөйөк Британия летчигының самолеты боҙ менән ҡапланған. Уның фекеренсә, ике урынлыҡ һауа судноһы Рәсәйҙәге һалҡындарға  тиҙ бирешкән. Шуға ҡарамаҫтан, сәйәхәтсе яҡын көндәрҙә сәфәрен Япония буйлап дауам итергә ниәтләй.

ХХХ
Ростов өлкәһендәге ҡунаҡханаларҙың береһендә  билдәле клоун Олег Попов мәрхүм булған. Оло йәштә  булыуына ҡарамаҫтан, ул ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем гастролдә йөрөгән. Халыҡ артисы яратҡан эше менән  65 йыл элек шөғөлләнә башлаған. Үҙенең оҙайлы карьераһы ваҡытында  ул бик күп балалар тапшырыуҙарында һәм төрлө киноларҙа төшә. 1991 йылда  Олег Попов Германияға күсә. 24 йылдан һуң  ғына ул Рәсәйгә кире әйләнеп ҡайта.

ХХХ
Санкт-Петербургта төҙөлгән яңы стадиондың Конфедерациялар Кубогын һәм донъя чемпионатын ҡабул итә алмауы ихтимал.  ФИФА инспекторҙары спорт ҡоролмаһын тикшергәндән һуң шундай ҡарарға килгән. Улар «Зенит-Арена» конструкцияларының тирбәлеү нормативтарынан ете тапҡырға юғары булыуын билдәләгән. Проект авторҙары яҡын арала етешһеҙлектәрҙе иҫкәртергә һүҙ биргән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика