ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 03.05.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 03.05.2017 03.05.2017

Төркиә Президенты Рәжәп Эрдоған Сүриә мәсьәләһе буйынса Рәсәй менән хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәле булыуын атаған. Был турала ул бөгөн Сочиҙа Владимир Путин менән осрашыуҙа белдерҙе. Эшлекле һөйләшеүҙә шулай уҡ яҡтар араһындағы иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм Төркиә армияһын Рәсәйҙә етештерелгән заманса хәрби һауа техникалары менән тәьмин итеү юлдары тикшерелде.

Бөгөн Екатеринбургта Сүриәлә һәләк булған Рәсәй офицеры Алексей Бучельниковты һуңғы юлға оҙаттылар. Ватандашыбыҙ апрель аҙағында боевиктар тарафынан үлтерелгән. Ул Рәсәй хәрбиҙәре төркөмө составында Яҡын Көнсығыштағы дәүләт ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәрҙе уҡытыу менән шөғөлләнгән булған.

ХХХ
Америкала бер моторлы самолеттың ҡолап төшкән мәле  видеотеркәү ҡоролмаһына эләккән. Кадрҙан күренеүенсә, бейеклекте юғалтыусы һауа судноһы юл буйында торған бағанаға һәм электр сымдарына бәрелә. Шунда уҡ  көслө янғын сыға. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, авиһәләкәткә самолеттың двигателе сафтан сығыуы сәбәпсе булған. Кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ.

ХХХ
Бөгөн Ирандағы шахталарҙың береһендә көслө шартлау яңғыраған. Ғәҙәттән тыш хәлдә 50-нән ашыу таусы ҡамауҙа ҡалған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ике кеше һәләк булған, 25-е йәрәхәтләнгән. Иран властары билдәләүенсә, ҡорбандарҙың тағы ла артыуы ихтимал. Сөнки ер аҫтында 500-гә яҡын эшсе булыуы ихтимал.  

ХХХ
Киев «Евровидение» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә башланы. Йыр конкурсын рәсми асыу тантанаһы 7 майға тәғәйенләнгән. Быйыл бәйгелә 42 ил вәкиле сығыш яһай. Рәсәй данын Юлия Самойлова яҡларға  тейеш ине. Әммә Украинаның хәүефһеҙлек хеҙмәте ватандашыбыҙға рөхсәт бирмәне. Быға бәйле Рәсәй каналдары конкурсты трансляциялауҙан баш тартты.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика