ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 03.03.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 03.03.2017 03.03.2017

Һирәк осрай торған ҡырағай йәнлектәрҙе юҡ итеүселәр иғтибар үҙәгендә. Бөгөн Президент Владимир Путин вице-премьер Александр Хлопонинға  ғәмәлдәге ҡануниәтте ҡулланыу тәжрибәһен тикшереү  өсөн генераль прокуратураға булышлыҡ итергә ҡушты. Тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә етди закондар ҡабул ителгән. Әммә улар тейешле кимәлдә үтәлмәй. Тикшереү етешһеҙлектәрҙе асыҡларға тейеш, тип билдәләне ул.

Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреү хоҡуғын биргән беркетмә танытмаларынан баш тартырға әҙер булыуын белдерҙе. Комиссия рәйесе Элла Панфилова фекеренсә, граждандарҙың үҙҙәре теләгән участкала тауыш бирергә хоҡуғы буласаҡ. Һайлаусыларҙың намыҫына ышанабыҙ, башланғыс раҫланған осраҡта байтаҡ бюрокат мәшәҡәттәрҙән ҡотолабыҙ тип белдергән Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе.

ХХХ
Швеция гендер тиңлегенә өлгәште. Был дәүләттә ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа хәрби хеҙмәткә саҡырыласаҡ. Европала хәлдәрҙең даими үҙгәреп тороуын иҫәпкә алып, рәсми Стокгольм армияһын көсәйтергә ҡарар иткән. Быйыл йәйҙән егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа повестка ала башлаған. Йылына 4 мең егет һәм ҡыҙ хәрби әҙерлек үтәсәк.

ХХХ
Рәсәй Афғанстанда етештерелгән әфиүнде иң күп ҡуллланған дәүләт булып ҡала. Был турала Ҡушма Штаттарҙың дәүләт департаментының наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу халыҡ-ара стратегияһы тураһындағы мәғлүмәттә әйтелә. Берләшкән Милләттәр ойошмаһы сығанаҡтарынан күренеүенсә, Афғанстандан Рәсәйгә йыл һанын 70-75 тонна героин оҙатыла.

ХХХ
Ҡытайҙағы автобус аварияһында 10 кешенең ғүмере өҙөлгән, 40-ҡа яҡыны йәрәхәтләнгән. Ғәҙәттән тыш хәл ЮньНань провинцияһында теркәлде. Пассажирҙар ултыртҡан автобус цемент ташыусы йөк автомобиле менән бәрелеште.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика