ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 02.11.2016

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 02.11.2016 02.11.2016

Екатеринбургта бөгөн рәсми рәүештә ВИЧ эпидемияһы иғлан ителде. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә йәшәүсе һәр илленсе кешенең был ҡурҡыныс сир менән яфаланыуы асыҡланған. Әлеге ваҡытта Свердловск өлкәһе ауырыуҙар һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урында тора. Ҡалала ВИЧ-инфекциялы 27 меңгә яҡын кеше иҫәпләнә. Был төбәктәге барлыҡ халыҡтың 1,8 проценты тигән һүҙ. Әммә, рәсми  һандарҙың ысынбарлыҡтағы  күрһәткестәрҙән байтаҡҡа айырылыуы ихтимал, ти белгестәр.

Алма-Атала террор ғәмәле ойоштоторған Руслан Күлекбаев  үлем язаһына тарттырылған. Уның адвокаты суд сығарған хөкөм ҡарарына ялыу бирә алмаясаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл йәй террорсы урындағы эске эштәр идаралығы һәм милли хәүефһеҙлек комитеты департаментына һөжүм итә. Фажиғәлә 10 кешенең ғүмере өҙөлә. Ауыр енәйәт ҡылыусы ҡулға алынған ваҡытта йәрәхәтләнә.

ХХХ
Донъялағы иң ҡыҫҡа халыҡ-ара авиарейс ни бары 8 минут ҡына дауам иткән. Бөгөн Швейцарияның Санкт-Галлен-Альтенрайн аэропортынан һауаға күтәрелгән самолет бер нисә минуттан Германияның Фридрихсхафен ҡалаһына килеп тә төшкән. 20 километрлыҡ сәйәхәт өсөн һәр пассажир 40-шар евро түләргә мәжбүр. Ике илде бәйләүсе рейс көнөнә ике тапҡыр башҡарыласаҡ.  

ХХХ
Болгариялағы Мечка күле төбөндә яҡынса 12 миллион ялған евро табылған. Был турала хәбәрселәр менән осрашыуҙа илдең баш прокуроры Сотир Цацаров белдергән. Еүешләнгән аҡсаларҙың йәшерен урынын ҡулға алынған ялған аҡса яһаусыларҙың береһе күрһәткән. Һуңынан сылбыр буйынса ҡалған ғәйепләнеүселәр ҙә асыҡланған. Уларҙан шулай уҡ  бер нисә берәмек ҡорал һәм наркотик матдәләр тартып алынған.  

ХХХ
Саха-Яҡут Республикаһының ҡайһы бер райондарында көслө ҡар яуыу һөҙөмтәһендә юғары әҙерлек режимы индерелгән. Көндәр боҙолоу сәбәпле ауыл-ҡалалар резерв энергия сығанаҡтарына тоташтырылған. Шулай уҡ ҡалын ҡар тибендә йөрөгән аттарҙың һәм боландарҙың ғүмеренә хәүеф менән янай. Синоптиктар бындай һауа торошо һуңғы 30 йыл эсендә беренсе тапҡыр теркәлеүен билдәләгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика