ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 02.05.2017 02.05.2017

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Германия канцлеры Ангела Меркельды ҡабул итте. Осрашыу Украиналағы көрсөк, Минск килешеүҙәренең үтәлеше, террорға ҡаршы көрәш, шулай уҡ Мәскәү менән Берлин араһындағы мөнәсәбәттәргә арналды. Сит ил канцлерының сәфәре «Ҙур 20» саммиты алдынан ойошторолдо. Донъя лидерҙарының быйылғы осрашыуы июлдә Гамбургта үтә.

Владивостоктағы күп фатирлы йорттарҙың береһенән 50-нән ашыу кеше эвакуацияланған. Бының өсөн янғын һүндереүселәр автобаҫҡыстар ҡулланған. Шаһиттар билдәләүенсә, көслө янғын икенсе ҡаттағы коридорҙа башланған. Артабан ул сығыу  юлдарын ялмап алған. Шуға ла ҡамауҙа ҡалыусыларҙы ҡотҡарыу өсөн махсус техникалар ярҙамға килгән.  

ХХХ
Ҡытай Рәсәй балынан баш тартыуы ихтимал. Бының сәбәбен улар Алтай крайында етештерелгән продукцияның тейешле талаптарға яуап бирмәүе менән аңлатҡан. Татлы ризыҡтан алынған анализ һөҙөмтәләре көнсығыш илендә тыйылған матдәләр булыуын күрһәткән.  

ХХХ
Антальяның йәмәғәт урындарында спиртлы эсемлектәр ҡулланған туристарға 25 евро күләмендә штраф индерелгән. Был турала Рәсәйҙең туроператорҙар ассоциацияһы хәбәр итте. Закондарҙың ҡәтғиләшеүе сәбәпле, Рәсәйҙең Төркиәлеге генераль консуллығы ватандаштарыбыҙҙы иҫерткес эсемлектәр менән әллә ни мауыҡамаҫа саҡырған.

ХХХ
Мәскәү-Берлин мотоуҙышында ҡатнашыусы Рәсәй байкерҙарын Польшаға үткәрмәгәндәр. Әлегә юлды дауам итеүгә «Төнгө бүреләр» клубының Европалағы бүлексәләренә генә рөхсәт бирелгән. Шуға ҡарамаҫтан сараны ойоштороусылар Еңеү көнөнә Германияның баш ҡалаһына барып етергә ниәтләй.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика