ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 02.02.2018

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 02.02.2018 23.02.2018

Рәсәй Президенты Владимир Путин Сталинградты немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 75 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашты. Бөгөн Волгоградта хәрби техникалар парады үтте. Дәүләт башлығы Мамаев Ҡурғанына ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Василий Чуйковтың ҡәберенә сәскәләр һалды һәм «Рәсәй- минең тарихым» тип аталған интерактив күргәҙмәне ҡараны. Байрам тантаналары Волгоград филармонияһында ҙур концерт программаһы менән дауам итте.  

Рәсәй үҙәк банкы «Бинбанк» һәм «Открытие» банктарын берләштереү тураһында ҡарар сығарған. Был турала бөгөн банкирҙар менән осрашыуҙа фининстарҙы көйләүсе учреждение етәксеһе Эльвира Нәбиуллина белдерҙе. Алдараҡ Рәсәйҙең үҙәк банкы «Открытие» финанс корпорацияһын яңы схема буйынса һауыҡтырыуҙы үҙ өҫтөнә алғайны. Санация барышында компания акционерҙарына акцияларҙың 25 процентын ғына ҡаласаҡ.

ХХХ
Уҙған төндә Японияның Саппоро ҡалаһында урынлашҡан ҡарттар йортонда янғын сыҡҡан. Ут менән көрәшеүгә дүрт тиҫтәгә яҡын берәмек техника йәлеп ителгән. Янғынды һүндергән ваҡытта ҡуйы төтөнгә тонсоҡҡан 11 кешенең кәүҙәһе табылған. Ҡотҡарыусылар тағы ла биш кешене ут эсенән алып сыҡҡан.  

ХХХ
Бөгөн Лос-Анджелес мәктәптәренең береһендә 12 йәшлек ҡыҙ ҡорал ҡулланған. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә биш кешегә медицина ярҙамы талап ителгән. Атап үткәндә, башы йәрәхәтләнгән үҫмер ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Тағы ла бер уҡыусының ҡулы имгәнгән. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсе баланы ҡулға алған. Улар ҡыҙҙың синыфташтарын утҡа тотоу сәбәптәрен асыҡлай.    

ХХХ
Яҡут республикаһың «Юбилей» ятҡылығында ауырлығы 50 караттан ашыуыраҡ ике алмаз табылған. Урындағы тау- байыҡтырыу компанияһынан белдереүҙәренсә, бындай эре таштар донъяла һирәк осрай. Шуға ла аукциондарҙа уларҙың хаҡы бер нисә тапҡырға арта. Әлегә Рәсәй алмазының артабанғы яҙмышы тураһында хәбәр ителмәй.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку