ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 01.06.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 01.06.2017 01.06.2017

Санкт-Петербургта үткән халыҡ-ара иҡтисади форум  сиктәрендә Рәсәй Президенты киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап бирҙе. Владимир Путин, күп полярлы донъя моделе урынлашыуы күптәргә оҡшап етмәй. Шуға ла көнбайыш дәүләттәр Рәсәйгә аяҡ салырға тырыша тип белдерҙе. Был йүнәлештә халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларына тура килмәгән аҙымдар яһала. Аныҡ һөҙөмтә булмағас бәғзе берәүҙәр хәлде киҫкенләштерергә теләй, тип билдәләне Владимир Путин.

1 июндән  сит ил водитель таныҡлыҡтары  ғәмәлдән сығарылды. Закон үтәләшен күҙәтеү эш биреүселәргә йөкмәтелә. Линияға сығыусы водителдең Рәсәй документы  булмаған осраҡта предприятие етәкселегенә 50 мең һум күләмендә штраф һалынасаҡ.

ХХХ
Япон диңгеҙендә Ҡушма Штаттар менән Япония хәрбиҙәренең дөйөм күнекмәләре үтә. Унда ике илдең дә флот һәм авиацияһы йәлеп ителгән. Маҡсат оператив шарттарҙа ҡораллы көстәрҙең хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен шымартыу тип билдәләнә рәсми мәғлүмәттә. Күнекмәләр 3 июнгә тиклем дауам итә.

ХХХ
Ҡытайҙың Гуандун провинцияһы губернатор урынбаҫары ришүәт алған өсөн ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителде. Ли Джигэн 1993 йылдан 2012 йылға тиклем провинцияның власть даирәләрендә төрлө вазифалар биләй. Ошо ваҡыт эсендә уның 14 миллион ярым самаһы ришүәт алыуы асыҡланған. Экс чиновник ғәйепләүҙе хаҡлы тип тапҡан һәм хөкөм ҡарарына дәғүә белдерергә  йыйынмай.

ХХХ
Төркиәнең көньяҡ-көнсығышындағы Шырнак провинцияһында хәрби вертолет ҡолап төштө. Һәләкәттә 13 һалдаттың ғүмере өҙөлдө. Яҡынса мәғлүмәткә ярашлы, фажиғә сәбәбе пилот хатаһына бәйле булыуы ихтимал. Вертолет юғары вольтлы электр линияһына эләккән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика